Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
6 Июнь 2023, 14:35

Эшлекле осрашыу булды

Радий Хәбиров “Фармстандарт” холдингы директорҙар советы рәйесе Виктор Харитонин һәм “Мед ИнвестГрупп” компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов менән осрашты

Эшлекле осрашыу булды
Эшлекле осрашыу булды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фармстандарт” холдингы директорҙар советы рәйесе Виктор Харитонин һәм “Мед ИнвестГрупп” компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов менән осрашты.

Көн тәртибендә – республика менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективалары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың октябрендә инвесторҙар Башҡортостан Хөкүмәте менән Стәрлетамаҡтың редиология хеҙмәтен яңыртыу тураһында килешеү төҙөнө. Позитрон-эмиссион томография үҙәге унда 2022 йылдың сентябрендә эш башланы. Ә шул уҡ йылдың декабрендә илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә “Фармстандарт-УфаВИТА” предприятиеһының яңы цехы эшенә старт бирҙе. Инновациялы етештереү комплексы “Фактор свёртывния крови VIII” препаратын сығара башланы.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы “Фармстандарт” холдингы етәксеһенә республика менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының матди нигеҙен нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: