Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Июнь 2023, 15:30

Дегәнәктең иң һутлы, шифалы сағы

“Мин аллергиянан эстем”, "Ә мин тамырынан төнәтмә эшләп, биш йыл ыҙалатҡан геморройҙан ҡотолдом”...

Дегәнәктең иң һутлы, шифалы сағы
Дегәнәктең иң һутлы, шифалы сағы

Кәртә артында үҫкән дегәнәк әллә күпме сиргә ҡаршы дауа икәнен беҙ белеп тә, аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ. Япондар, Кавказ халыҡтары дегәнәкте даими рәүештә аш-һыу әҙерләгәндә ҡуллана. Уның хатта хатта яман шешкә ҡаршы торор көсө бар.

Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан дегәнәк һуты эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Дегәнәктең яман шеш ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Сирҙең төрөнә ҡарап, бер-ике аш ҡалағынан алып тулы стаканға тиклем һут билдәләйҙәр. Әммә быны мотлаҡ табип йәки үлән менән дауалау белгестәре кәңәшенә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк.

Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин. Әммә уларҙың иң һутлы мәле – май, июнь.

Япраҡтарҙы таҙа итеп йыуып, ит турағыс аша үткәргәс, һутын һығып алырға. Тәүге бер нисә көндә һыуытҡыста тотоп, үҙен генә эсергә мөмкин. Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлау өсөн 1:1 нисбәтендә спирт (40-50 градуслы) менән ҡатнаштырырға.

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның дегәнәк һутын нисек әҙерләү алымы тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

“Деганәктең һутын һыҡтым, әле һутлы сағы. Һут һыҡҡыстан өс тапҡыр сығарҙым, иң аҙаҡтан йомарлап усым менән һығып алып бөттөм. Туңдырғыста шаҡмаҡлап туңдырып, ҡышҡылыҡҡа ҡапҡаслы һауытта һаҡлайым. Бер стакан йылы һыуға бер шаҡмаҡты (бер аш ҡалағы һут) һалып болғап эсәм. Әсе тойолһа, бал өҫтәргә мөмкин”, - тип яҙҙы Рәшиҙә Ғиззәтуллина.

Дегәнәктең шифаһы хаҡында фекерҙәре менән социаль селтәрҙә башҡалар ҙа ихлас бүлеште.

Тәнзилә Мифтахова: “Мин аллергиянан эстем”.

Зәлифә Көмөшбаева: “Һутын йәйгеһен ҡулланам, тамырын ҡышҡа киптереп алам”.

Азамат һәм Резеда: “Һуты төрлө шештәргә ҡаршы файҙалы! Шәхсән рәүештә һыналған!”

Дилара Усманова: “Телевизорҙан һөйләнеләр: киптереп һаҡлағанға ҡарағанда, туңдырһаң, файҙалы матдәләре күберәк һаҡлана икән”.

Юлия Шварц: “Ҡайным ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары менән ауырығас, дегәнәктең йәшел һабаҡтарын йәй буйы ашай торғайны, хәҙер таблеткаларҙы онотто”.

Вәзимә Рәжәпова: “Дегәнәк тамырынан төнәтмә эсеп, биш йыл ыҙалатҡан геморройҙан ҡотолдом”.

Фото: vot-ogorod.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор: