Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
31 Май 2023, 10:05

Тәмәкеһеҙ ҙә йәшәп була

“Стажлы” тәмәкеселәр менән тәмәке тартыуға ҡаршылар араһында әлегәсә бәхәстең тынғаны юҡ.

Тәмәкеһеҙ ҙә йәшәп була
Тәмәкеһеҙ ҙә йәшәп була

Бөгөн – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Был көн үткән быуаттың аҙағында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырылғайны.

Статистика күрһәтеүенсә, тәмәке тартыу йыл һайын ете миллиондан ашыу кешенең һәләк булыуына килтерә. Тәмәке сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә зарарлы тәьҫире иҫ китерлек, уның йоғонтоһо йылдан-йыл үҫә генә, планетаның ярлыланып барған ресурстарына, экология системаһына емерткес зыян килтерә. Тәмәкене үҫтереү, етештереү, таратыу, ҡулланыу һәм уның ҡалдыҡтары кеше сәләмәтлегенә өҫтәмә ауырлыҡтар, көсөргәнеш тыуҙыра.

Тәмәке көйрәтеү кеүек насар ғәҙәттән арынырға теләгәндәр һаны ла арта бара. Шуға күрә йыл һайын 31 майҙа йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, компаниялар сәләмәт тормошто пропагандалаған акциялар үткәрә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәмәке тартыу үпкә, бронхтар, трахеялар яман шешенән үлем осраҡтарының 85 процентын, йөрәк ишемияһынан – 16, туберкулездан үлем осраҡтарының 26 процентын тәшкил итә. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙың – 10, ир-аттың 50-60 проценты тәмәке тарта.

Тәмәке тартыу арҡаһында ғүмерҙәре ҡыйылған кешеләр һаны күплеге буйынса, Ҡытай, Һиндостан һәм АҠШ-тан ҡала, Рәсәй дүртенсе урынды биләй.

“Стажлы” тәмәкеселәр менән тәмәке тартыуға ҡаршылар араһында әлегәсә бәхәстең тынғаны юҡ. Әммә тәмәке төтөнөнөң етди йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә сирҙәренә юлыҡтырыуы билдәле. Йөклөлөк осоронда көйрәтеүҙең яңы тыуған сабыйҙарҙың ваҡытынан алда тыуыуына, үҫеш аномалиялары менән донъяға килеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал.

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, тәмәке етештереүгә йыл һайын 22 000 000 000 литр һыу тотонола, 600 00 000 ағас ҡырҡыла, атмосфераға 84 000 000 тонна углекислый газ сығарыла. Был яман ғәҙәт бөтә донъяла климат үҙгәреүенә, йылылыҡ артыуына килтерә. Ә бит тәмәкеһегеҙ ҙә йәшәп була!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор: