Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
30 Май 2023, 16:00

Ҡарағат япрағы файҙалымы?

Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк иткән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Баҡтиһәң...    

Ҡарағат япрағы файҙалымы?
Ҡарағат япрағы файҙалымы?

Ҡарағат япрағы бик файҙалы. Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк иткән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин.

Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бының өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк. 
 
Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреү һәләтен яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ ҡыла.
 
Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек бешерәләр: сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15-20 минут төнәтәләр.
 
Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте, тромбофлебиттан яфаланғандар өсөн зыянлы.
Ҡарағат япрағын киптерергә лә, туңдырырға ла мөмкин.
 
Фото: glav-dacha.ru
 
Автор:Карима Усманова
 
Автор: