Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
26 Декабрь 2022, 16:30

Табиптар өсөн байрамда ял юҡ

Министрға ла каникулдар булмаясаҡ

Табиптар өсөн байрамда ял юҡ
Табиптар өсөн байрамда ял юҡ

Башҡортостанда һуңғы ете көндә коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле күтәрелгән. Вирустың таралыу коэффициенты – 1,2, ил буйынса 1,1 тәшкил иткән. Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Стационарҙарҙа урындар етерлек, әлегә дүрт яңы инфекция госпитале йәлеп ителгән, тип билдәләне министр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл байрамдары осоронда ла кешеләр тейешле медицина ярҙамы ала алыуы бик мөһим тине.

– Мине ике нәмә борсой. Беренсеһе – кешеләр медицина учреждениеларына шылтырата һәм беренсел ярҙам ала алһын. Һәм, икенсеһе, кемгә кәрәк стационар ярҙам. Беренсел звеноға айырым иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым. Айрат Рәзиф улы, һеҙ ҙур республиканың һаулыҡ һаҡлау министры. 31 декабрҙә байрамды билдәләгеҙ ҙә, иртәгәһенә хеҙмәткә сығығыҙ. Дауаханалар буйлап йөрөп, ҡарай алаһығыҙ. Каникул көндәрендә эшләгеҙ, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Айрат Рәхмәтуллинға.

Шулай итеп, Башҡортостанда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының колл-үҙәге (122, өҫтәп 2) 2023 йылдың 4 ғинуарынан эшләй башлай. Ашығыс медицина ярҙамы станциялары, муниципаль-ара бүлексәләр һәм ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә 24/7 режимында ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә.

Халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан вакцинация 2022 йылдың 31 декабрендә, 2-7 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем уҙғарыла. Иҫкәртеү медицина тикшереүе, өлкән йәштәгеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен диспансерлаштырыу 2023 йылдың 2-6 ғинуарында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем уҙғарыла.

31 декабрҙә, шулай уҡ 2023 йылдың 2-7 ғинуарында дарыу һәм ауыртыуҙы баҫыусы препараттар “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларында рецепт буйынса бирелә.

Фото: evercare.ru

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: