Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
20 Декабрь 2022, 22:00

Ҡояш төҫөндәгеһен һайлағыҙ

Вирус-инфекцияларға бирешмәйек.

Ҡояш төҫөндәгеһен һайлағыҙ
Ҡояш төҫөндәгеһен һайлағыҙ

Ҡышты көтмәнек түгел, көттөк, тик ҡапыл килде ул һәм, асыулы әҙәмдәй, тотош донъяны сатлама һыуығы менән ялмап алды. Хатта яҙға тиклем тыныс йоҡоға талған ағастар ҙа шығырҙап ҡатҡандай, өҫтәүенә, көслө ел иҫә, биттәрҙе семетә. Ҡояшты ла күрмәйбеҙ кеүек,  урамдар буйлап оҙаҡ йөрөй алмайбыҙ: һауыҡ ҡыштан ҡасып йылы бүлмәләргә, өй-фатирға ашығабыҙ. Тағы йылдың иң матур байрамдарының береһе – Яңы йыл алдынан эш-мәшәҡәттәр бихисап, ә уларҙы иһә ваҡытында атҡарып сығыу өн дәрт-көс кәрәк. Тик бына барыһы өсөн дә энергияны ҡайҙан алырға, тәбиғәт көйһөҙлөктәренән “төшөп барған” кәйефте нисек күтәрергә, иғтибарлылыҡты нисек арттырырға һәм эргә-тирәләге вирус-инфекцияларҙан нисек һаҡланырға?

Һәр иртә физзарядка эшләү, саф һауала күберәк йөрөү, дөрөҫ туҡланыу, әгәр зыянлы ғәҙәттәр бар икән, уларҙан ҡотолоу яҡшы, тип белдерә белгестәр. Һәм тағы улар ҡышҡы осорҙа кәйефте күтәрә торған аҙыҡ-түлеккә иғтибар итергә тәҡдим итә. Ә беҙҙең барыбыҙға ла Яңы йыл алдынан тап кәйефтең шәп булыуы, тормош мәшәҡәттәренә, яҙмыш һынауҙарына, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡаршы тора алырлыҡ көс булыуы зарур.

Бына ошондай емештәрҙең береһе – мандарин. Унһыҙ хатта төп ҡыш байрамы һанһыҙ. Өҫтә­үенә, Яңы йыл төнө алдынан Көн­сығышта иң яҡын кешелә­реңә ошо емеште биреү йолаһы бар. Ул – барлыҡ, байлыҡ, мул­лыҡ, уңыш билдәһе. Тағы ҡышҡы кәйеф төшөнкөлөгөн юҡ итеү­гә булышлыҡ итә. Бер уйлаһаң, тап ошо сатлама һалҡын ҡышта һары төҫ кәйефте күтәреп ебәрә, әйтерһең дә, ҡояш үҙе өй-фатирҙы нурҙарға мансы­ғандай тойола, хатта ирекһеҙҙән йылмайып та ҡуяһың. Ә хуш еҫе һуң ниндәй? Ул хатта хәүеф-хәтәрҙе юҡҡа сығарған­дай, көс-ғәйрәт, өмөт-ышаныс өҫтәгәндәй. Мандариндағы С витамины иһә бик үҙенсәлекле иммуностимулятор. Миҙгел инфекцияларынан ҡотолоу өсөн көнөнә бер-ике мандарин ашау етә, ти белгес­тәр. Әммә бер нәмәне хәтерҙән сығарырға ярамай – был емеш­тән аллергия булыуы ихтимал.

Тағы бер емеш йылы яҡтарға, йылы көндәргә “илтер”. Ул – ананас. Уның бер генә киҫәген ашау ҙа ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай, тигән фе­керҙә диетологтар. Бынан тыш, унда А, С, В1, В2, В9, В12, РР витаминдары, шулай уҡ калий, кальций, натрий, магний, баҡыр, марганец, фосфор, тимер, йод бар. Ә уларҙың барыһы ла ныҡ­лы иммунитет, сәләмәт йөрәк, яҡшы кәйеф өсөн кәрәк. Тап шуға ла бынан бер быуат элек бронхит, киҙеү, хатта гипертония осрағында пациент­тарға ананас ашарға кәңәш ителгән.

Ҡояш төҫөнә мансылған тағы бер емеш – банан. Үҙеңде арып талсыҡҡан итеп тойһаң, был емеште ашау көс-дәрт өҫтәп ебәрер, организмдағы калий балансын тәьмин итер. Ундағы 5-гидрокситриптамин мейе эшмә­кәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, көс-дәрт өҫтәй. Тик бына банандың бер минусы – уның берәүһендә генә  140 калория бар, йәғни тән ауырлы­ғына йоғонто яһауы ихтимал.

Тағы һалҡын ҡышта шоколад ашарға яратҡандар кәйеф төшөнкөлөгөнә зарланмаусан. Бының сәбәбе иһә фенилэтиламин кеүек матдәләрҙең булыуында. Баҡтиһәң, ул “бәхет мат­дәһе” икән. Бынан тыш, ул ҡан баҫымын төшөрөү “көсө”нә эйә, тромбтар барлыҡҡа килмәүенә булышлыҡ итә.

Тағы йәшел сәй кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, хәтерҙе яҡшырта, мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Көнөнә бер сынаяҡ ошо эсемлекте эсеү Альцгеймер сирен иҫкәртеүгә бу­лыш­лыҡ итә. Йәшел сәйгә имбир, әфлисун ҡабығын һалып эсеү иммунитетты ла нығыта.

Айһылыу НИЗАМОВА

Фото:fikiwiki.com

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-12-16/oyash-t-nd-ge-en-ayla-y-3075569 

Автор: