Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
20 Декабрь 2022, 20:30

Нимә хаҡында уйлайһың - шул алдыңа килер

"Ауырыма" тиеү урынына "сәләмәт бул" тиген. "Ҡайғырма" тимә, "тыныслан" тип әйт. Ни өсөн? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Нимә хаҡында уйлайһың - шул алдыңа килер
Нимә хаҡында уйлайһың - шул алдыңа килер

Үҙегеҙгә ыңғай заряд бирегеҙ

Насар мәғәнәле һүҙҙәрҙе ыңғайҙарына алмаштырыу, тырышҡанда, һәр кемдең хәленән килерлек. Һүҙҙең ҙур ҡеүәткә эйә икәнлеге күптән иҫбатланған, шуның өсөн уны бушҡа сәсергә, кирегә һаплап, яман һөйләргә ярамай. Мәҫәлән, "проблема" тигән һүҙ урынына "мәсьәлә" тип әйткәндә, ауыр күренгән эш тә кесерәйеберәк китә һәм уны йырып сығыу еңелгә тура килә.

Кирелекте белдергән юҡлыҡ ялғауҙарын ҡулланыуҙы сикләгеҙ

-Ма, -мә ялғауҙарын ҡушмайынса һөйләү ҙә тормошто ыңғайлатып ебәрергә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, "ауырыма" тиеү урынына "сәләмәт бул" тип әйтеү хәлде яҡшы яҡҡа ыңғайлатыу ихтималы бирәсәк. "Ҡайғырма" түгел, "тыныслан" тиеү төпкө аңды яҡшыға көйләй һәм, ысынлап та, күңелдә тыныслыҡ урынлашҡаны һиҙелә.

Яман уйға ирек ҡуймағыҙ

Ваҡыт дауалай, тиҙәр. Күп кисерештәр ваҡыт үтеү менән төҫһөҙләнә. Бөгөн асыуҙы килтергән ваҡиғаның иртәгә ваҡ-төйәк кеүек күренеүе ихтимал, бәлки, икенсе мөһим эштәргә иғтибар талап ителер. Һәр насар тойғоно "эҫе" мәлендә үк тамырынан йолҡоп алып ташлап, оноторға тырышыу - күңелдә һиллек урынлашыуға ярҙам.

Онотмағыҙ: ямғыр ҙа ваҡытлыса яуа

Тышҡы йән көйҙөргөс хәлдәргә һауа торошона кеүек ҡарап өйрәнеү отошло. Мәҫәлән, ҡарлы ямғыр оҡшамай икән, һеҙ уға ҡарап ҡайғырмайһығыҙ, сөнки уның тиҙҙән үтере, артынса ҡояш сығыры билдәле, йә булмаһа, плащ кейеп, зонтик тотоп, ҡурҡып тормай тышҡа сығаһығыҙ. Был күренеш ваҡытлыса. Һауа торошона булған мөнәсәбәтте башҡа өлкәләргә ҡарата ла ҡулланып ҡарағыҙ. Барыһы ла үтә, быныһы ла үтер тигән принцип буйынса.

Ҡан эскестәргә ҡаршы тороу

Берәү ҙә һеҙҙе үҙегеҙҙең ихтыярығыҙҙан тыш сығырығыҙҙан сығара алмай - шуны иҫтә тотоғоҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе "Көн яҡшы, бында мине бөтәһе лә шатланып көтә" тип ышандырһағыҙ, был һүҙҙәр тышҡы яман тәьҫирҙән һаҡлау өсөн ҡалҡан булып баҫасаҡ.

Уйлағанығыҙ алдығыҙға килә

Хәүефле уйҙарҙың күпселеге бойомға ашмай. Әле һеҙ көткән насар ваҡиға булмаған, әммә алдан ҡурҡыу тойғоһо йөрәккә үҙ эҙен һала ла башлаған. Нервыны һаҡлау йәһәтенән тәҡдим: көнэлгәре был турала уйланмаҫҡа, үҙегеҙҙе игәп йөрөмәҫкә көс табығыҙ. Тик яҡшы яҡҡа ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ - уй алға килеүсән. Күңелдә бер үк ваҡытта ике тойғо - яҡшыһы һәм насары - йәнәшә торғанда, тәүгеһен һайларға кәңәш итә психологтар. Тулҡын күберәк ыңғайға көйләнһә, кире хистәргә баш ҡалҡытырға форсат тыумаҫ.

Фото: tabakur77.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор: