Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
20 Декабрь 2022, 16:30

“Алтын скальпель” кем ҡулында?

Рәсәй хирургтар көнө алдынан “Хирургияның көнүҙәк мәсьәләләре” тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла “Алтын скальпель” премияһы тапшырылды. Бындай һөнәри саралар, тәжрибә һәм белем, етди һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар хирургия хеҙмәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Белгестәрҙең бергәләп ауыр мәсьәләләрҙе тикшереүе пациенттарҙы һөҙөмтәле дауалау, заманса медицина ысулдарын индереү өсөн этәргес көс буласаҡ.

“Алтын скальпель” кем ҡулында?
“Алтын скальпель” кем ҡулында?

Быйыл Башҡортостан дәүләт медицина университеты кли­никаһының бүлексә мөдире, табип-торакаль хирург, медицина фәндәре докторы, профессор Артур Авзалетдинов “Алтын скальпель” премияһына лайыҡ булды. Ул яһаған үҙенсәлекле хирургия операцияһы быға тиклем Рәсәйҙә үткәрелмәгән. Хирург, тәүге тапҡыр робот ярҙамында ҡыҙыл үңәстең бер өлөшөн алып ташлап, уны ашҡаҙан менән тоташтыра алған. Әмәлиәтте бер юлы күкрәк ситлеге өлкәһендә лә, ҡорһаҡ өлөшөндә лә башҡарырға тура килгән. Ҡатмарлы эште атҡарыу­ға алты сәғәт ваҡыт талап ителгән. “Артур Марс улы – үҙ эшенең танылған оҫтаһы. Ул яңы быуын дауалау сараһы – роботлаштырылған хирургия менән эш итә, инновациялы технологиялар менән бергә медицина белемен ҡуллана. Артур Авзалетдинов үткәргән робот-ассистентлы операциялар уның визит карточкаһына әүерелде”, –  табипҡа “Алтын скальпель” тапшырғанда, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин уның эшмәкәр­легенә ошондай юғары баһа бирҙе.

Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы 1997 йылда булдырған “Алтын скальпель” премияһы – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә табиптар эшмәкәр­легенә бирелгән иң ҙур баһа. Скальпель – хирургтың төп ҡоралы, шуға күрә тап ул юғары награданың символы булып тора.

Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-12-20/altyn-skalpel-kem-ulynda-3080062 

Автор: