Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
19 Декабрь 2022, 11:30

Киҙеүҙе иҫкәртер өсөн

Төрлө киҫкен респираторлы сирҙәр, киҙеү таралған осорҙа ниндәй саралар ҡабул итергә була? Нисек үҙеңә ярҙам итергә, сирҙән һаҡланырға, йә булмаһа, хәлде еңеләйтергә?

Киҙеүҙе иҫкәртер өсөн
Киҙеүҙе иҫкәртер өсөн

Пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен тап ошондай мәлдә дөрөҫ ҡулланғанда ыңғай һөҙөмтәле булыр. Бер ҡалаҡ сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер нисә минут ҡайнатып алғас, бер сәғәт ултыртып торорға кәрәк. Һөҙөп алынған төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда бер-ике ҡалаҡлап эсергә кәңәш ителә. Уны иҫкәртеү сараһы булараҡ та, йүткеректе дауалағанда ла уңышлы файҙаланалар.

Тағы бер ысул - бәләкәйерәк бер баш һуғанды ҡырғыстан үткәреп, ике ҡат марляға төрөргә. Уны 10 минутҡа майланған танауҙың аҫҡы өлөшөнә һалырға. Был процедураны тәүлегенә өс тапҡыр ҡабатлағанда, ул сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн бик уңышлы сара буласаҡ.

Киҙеү осоронда йәнә ошондай алымды ҡулланырға була - ике лимонды ҡырғыстан ҡырып, уға иҙелгән ике теш һарымһаҡ ҡушып, бер литр ҡайнаған һыуға болғатырға. Бүлмәлә ҡараңғы урында өс көн төнәткәс, ҡуллана башларға мөмкин. Әҙерен һөҙөп алып, быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Төнәтмәне ас ҡарынға ҡалаҡлап ҡына эсеү ҙә ыңғай йоғонтоло. Ғәҙәттә, сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларын көҙҙән яҙғаса ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.

Сәләмәт булайыҡ!

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: skinnier.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор: