Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
10 Декабрь 2022, 12:00

Шифалы сәйҙәр

Ҡышын күптәр иммунитеттың ҡаҡшауынан, һалҡын тейеүҙән ыҙа сигә, шуға ла хәстәрлекле хужабикәләр йәйен үк төрлө шифалы үлән-тамырҙарҙы йыйып йәки ҡаҙып алып, киптереп, ҡыштың сатлама һыуыҡтарын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә. Дауалау сифатына эйә үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙәрҙең татлы тәме һәм сыныҡтырыу көсө элек-электән билдәле.

Шифалы сәйҙәр
Шифалы сәйҙәр

Мәтрүшкәле сәй. Йәй көнө йыйып кип­тергән мәтрүшкәле сәй – һыуыҡ тейгәндә иң ҙур ярҙамсыларҙың береһе. Беҙҙең өләсәйҙәр элек уны айырым сәйнүктә ҡай­натып эсерер ине. Ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән бер сынаяҡ мәтрүшкәле сәйҙе эсеп, бер аҙ ятып торорға кәрәк. Хәҙер күптәр уны ҡара сәйгә һалып бергә ҡуллана, был осраҡта уның файҙаһы ҙур түгел, ә ни бары сәйгә хуш еҫле тәм генә бирә.

Иммунитетты нығытыу өсөн ҡарағат япрағынан һәм хатта ботағынан әҙер­ләнгән сәй бик файҙалы. Ваҡлап туралған ботаҡты йә иһә ҡарағат япрағын ҡайнар һыуға һалып, 7–10 минут ҡайнатырға. Ике сәғәт төнәткәндән һуң, шифалы сәйҙе һәр сәғәт һайын бер-ике йотом эсергә.

Йүкә сәскәһе сәйе лә организм өсөн фай­ҙалы. Бер ҡалаҡ йүкә сәскәһенә ҡайна­тып һыуытылған һыу ҡойоп, 15 минут талғын утта тоталар. Был сәй тамаҡты йомшарта, тынысландыра, тән температураһын төшөрә.

Кәримә УСМАНОВА

Фото

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-12-09/shifaly-s-y-r-3065211 

Автор: