Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Декабрь 2022, 15:30

Йыш сирләмәҫкә ине…

Һалҡындар башланыу менән киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ) һәм киҙеү беҙгә “һөжүм итә”. Айырыуса балалар йыш сирләй. Сиргә юл ҡуймау өсөн ата-әсәләргә нимә белергә һәм эшләргә? Участка табип-педиатры Ильяс Шәмиғолов менән бергә ябай, әммә бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ.

Йыш сирләмәҫкә ине…
Йыш сирләмәҫкә ине…

– Киҙеүҙе киҫкен респиратор вируслы инфекциянан нисек айырырға?
– Киҫкен респиратор вируслы инфекция ғәҙәттә еңелерәк, тиҙ үтә, еңел дауалана, өҙлөгөүҙәргә килтереп бармай, ә грипп ауырыраҡ үтә һәм сәләмәтлектә етди эҙ ҡалдырыуы ихтимал, – ти Ильяс Наил улы. – Йыш ҡына уларҙы айыра алмайҙар. Сирҙең билдәләре буйынса ғына ҡайһы ваҡытта хатта табиптарға уны дөрөҫ билдәләүе ауырға төшә.

– Уларҙы нисек айырырға һуң?
– Респиратор вируслы инфекция тымау һәм тамаҡ ҡысытыуҙан башлана, һуңынан йүткереү барлыҡҡа килә. Танау тона, тамаҡ ауырта, бер аҙ температура күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, – тип билдәләй Ильяс Шәмиғолов. – Унан айырмалы рәүештә, грипп ҡапыл башлана һәм исемлеккә ингән бөтә билдәләр бер юлы күҙәтелә. Тәүге осраҡта ул бер аҙнанан тулыһынса үтә. Киҙеү, ғәҙәттә, оҙағыраҡ дауам итә, тулыһынса һауығыу өсөн бер нисә аҙна кәрәк. Дарыуҙарҙы үҙ аллы билдәләргә ашыҡмағыҙ, был хәүефле.
– Баланың температураһын ҡасан төшөрөргә? Ғөмүмән, төшөрөргә кәрәкме?
– Юғары температура – ул организмдың һаҡланыу реакцияһы, файҙалы һәм кәрәкле процесс. Ләкин уның патологик характерға эйә булыуы йәки баланың бик ауыр кисереүе ихтимал. Әлбиттә, температура 38,50 билдәһенә етһә, уны мотлаҡ төшөрөргә кәрәк. Тән температураһын төшөрөүсе дарыуҙарҙы дөрөҫ билдәләү мөһим. Йәш һәм кәүҙә ауырлығын иҫәпкә алып, температураны кәметеүсе препаратты дөрөҫ бирергә кәрәк. Шуға күрә үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

– Баланың иммунитетын нисек нығытырға?
– Иммунитетты нығытыу – ул ата-әсәләрҙең көндәлек хеҙмәте. Организмды сирҙәр осоро башланғансы уҡ әҙерләргә кәрәк. Респиратор вируслы инфекцияларҙы (киҙеү, пневмококк һәм башҡалар) ҡуҙғытыусы вирустарға ҡаршы ваҡытында вакцина яһатыу мөһим.
Баланың системалы сынығыуы яҡшы һөҙөмтә бирә. Дөрөҫ туҡланыуҙы күҙәтергә кәрәк: көндәлек рационда балалар организмы өсөн етерлек витамин һәм микроэлементтар булырға тейеш.
Дөрөҫ көн режимын һаҡлау, көн һайын саф һауала йөрөү, йәшенә ҡарап, көнөнә 8-13 сәғәт йоҡлау мөһим.
Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бигерәк тә респиратор вируслы инфекциялар ныҡ таралған осорҙа. Урамдан ҡайтҡас битте, ҡулдарҙы ентекләп йыуырға, танау юлдарын таҙартырға, ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк.
Бала ауырып китһә, уны һауыҡҡансы өйҙә ҡалдырыу яҡшыраҡ, был өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк.


Айлина ШАЙМОРАТОВА.

Фото

Автор: