Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
2 Декабрь 2022, 10:00

Һәр көндө бәхетле итер ғәҙәттәр бар

Улар хаҡында түбәндәге яҙмала уҡығыҙ.

Һәр көндө бәхетле итер ғәҙәттәр бар
Һәр көндө бәхетле итер ғәҙәттәр бар

Ваҡыт тәгәрмәсе ашығып алға тәгәрәй, уның әйләнеше менән бергә тотош донъя үҙгәрә. Ошо заман ағышында дөрөҫ юлды таба белеү, юғалып ҡалмау зарур. Был йәһәттән тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән кәңәштәребеҙ булышлыҡ итер, моғайын.

  1. Бер үк ваҡытта йоҡонан уяныу. Был эш кенә түгел, ял көндәренә лә ҡағыла. Бындай ғәҙәт йоҡоноң яҡшы булыуына тәьҫир итә.
  2. Һәр иртәне гаджетһыҙ башлау. Бөйөк Британиялағы IDC Research институты ғалимдары смартфондары булғандарҙың 80 проценты тирәһенең иртән уянғас, мобиль ҡорамалына үрелеүе хаҡында хәбәр итә. Төрлө мәғлүмәттәрҙе, смс-хәбәрҙәрҙе уҡыу, беренсенән, кәйефте төшөрөүгә, икенсенән, ваҡытты социаль селтәрҙә бушҡа үткәреүгә килтерә. Смартфондағы мәғлүмәттәрҙе бер нисә минут ҡына уҡып сығайым әле тип, ярты, хатта бер сәғәт ваҡыттың сарыф ителеүе ихтимал.
  3. Иртән йыуыныу йоҡонан уянырға ярҙам итә.
  4. Физик күнекмәләр эшләү ваҡытында эндорфиндар – бәхет гормондары – барлыҡҡа килә.
  5. Уянғандан һуң бер стакан һыу эсеү сәләмәтлек өсөн файҙалы.
  6. Иртәнге ашты бутҡа, һөт аҙыҡ-түлеге, йәшелсә-емеш ашауҙан башлау – һаулыҡ нигеҙе, ти белгестәр.
  7. Һәр көндө алдан планлаштырыу ғүмерҙең бушҡа үтмәүенә булышлыҡ итәсәк.

Фото: kartinkof.club

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор: