Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Сентябрь 2022, 20:50

Миҙгел сирҙәренән һаҡланығыҙ

Әле – һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро, берсә ямғыр, берсә көслө ел...

Миҙгел сирҙәренән һаҡланығыҙ
Миҙгел сирҙәренән һаҡланығыҙ

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 5 сентябргә республикала коронавирус менән 464 кеше сирләгән. Ошо уҡ ваҡытта 444 кеше һауыҡҡан, был тәүлектә һәләк булғандар теркәлмәгән.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинация дауам итә. Шулай итеп, бөгөнгә беренсе компонентты яһатҡандар һаны - 3 215 701 (+11 383 бер тәүлектә), II компонентты 2 947 496 (+8939) граждан һалдырған.

Әле – һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро, берсә ямғыр яуа, берсә көслө ел иҫә. Тап ошо осорҙа төрлө миҙгел сирҙәре аҙыусан. Шуға үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлағыҙ, яҡындарығыҙҙы иғтибарҙан айырмағыҙ.

Фото: kleo.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:Лариса Михалькова