Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
4 Сентябрь 2022, 12:00

Уҡыусы бала һеҙҙең хәстәрлеккә мохтаж

Уҡыу ваҡытында уның сәләмәтлеген нисек һаҡларға? Ябай кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.   

Уҡыусы бала һеҙҙең хәстәрлеккә мохтаж
Уҡыусы бала һеҙҙең хәстәрлеккә мохтаж

Мәктәп тормошо төрлө ваҡиғаларға бай. Каникул ваҡытынан айырмалы, был осорҙа баланың көн режимының боҙолоуы, йоҡоһоноң туймауы, дөрөҫ туҡланмау һөҙөмтәһендә уның сәләмәтлегенә, шул иҫәптән уның мәктәптә өлгәшеүенә йоғонто яһауы ихтимал.

Һәр уҡыусы ла сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү хаҡында белеп бөтмәй. Өҫтәүенә, мәғлүмәт технологияларының үҫеше, тормоштоң бик етеҙ алға барыуы һәммәбеҙҙән, шул иҫәптән кескәйҙәрҙән дә физик һәм психик сыҙамлылыҡты талап итә. Шуға ҡыҙығыҙҙың йә улығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу өсөн түбәндәгеләр тураһында хәстәрлек күрегеҙ: сәләмәт туҡланыу, йоҡоһоноң туйыуы, көн режимын һаҡлау, физик әүҙемлек, шәхси гигиена, эмоциаль йәһәттән ныҡлыҡ, зыянлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, тән йәрәхәттәрен булдырмау өсөн һаҡ булыу.

Балалар мәктәптә күп ваҡытын үткәрһә лә, уларҙы яҡшы ғәҙәттәргә өйрәтеү өсөн уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә яуаплы. Өҫтәүенә, ата-әсәгә лә үҙҙәренең холоҡ-фиғеле менән балаларына өлгө күрһәтеүе тураһында оноторға ярамай.

Бәләкәй сағынан балаға көн режимын күҙәтергә - уҡыу ваҡытында ғына түгел, ялдарҙа ла бер үк ваҡытта йоҡонан уянырға һәм ятырға, иртәнге гимнастика яһарға, көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға, кейеменең, бүлмәһенең таҙа булыуы тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтеү яҡшы. Шәхси гигиена талаптарын үтәү – сәләмәт тормош алып барыуҙың төп талаптары. Шуға балаға ашар алдынан ғына түгел, урамдан ингәс үк һабын менән ҡул йыуырға өйрәтегеҙ.

Дөрөҫ туҡланыу ҙа - һаулыҡ нигеҙе. Был хаҡта ла бәләкәстәр белеп үҫергә тейеш. Магазинда ла аҙыҡ-түлектең файҙалыһын ғына һатып алыу зарур. Бала чипсы йәки газировка һатып алыу тураһында һораһа, уларҙың зыянлы икәнлеге тураһында аңлатығыҙ. Бынан тыш, аҙ хәрәкәт итеүҙең, йоғошло сирҙәрҙең, зыянлы ғәҙәттәрҙең һаулыҡ өсөн кире йоғонто яһауы тураһында һөйләгеҙ. Тағы тәмәкенең, алкоголле эсемлектәрҙең, наркотиктарҙы кеше ғүмере өсөн бик хәүефле булыуы тураһында ла әйтегеҙ.

Баланың буш ваҡыты бар икән, уны компьютер йәки телефонға бүлмәй, саф һауала уйнауға, йүгереүгә арнауы яҡшы икәнлеген дә онотмайыҡ. Сөнки тап физик йәһәттән әүҙем булыу тиҙ йоҡоға талырға ярҙам итәсәк.

Балаға үҙенең сәләмәтлеге торошо – һыҙланыуы, ауырыуы тураһында үҙегеҙгә хәбәр итергә, табипҡа барыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтегеҙ.

Көн режимының булыуы, шәхси гигиена талаптарын үтәү кеүек ғәҙәттәр бигерәк тә башланғыс кластарҙа һалына. Уҡыусының дөрөҫ көн режимы – һаулыҡ һәм уңышлы уҡыу нигеҙе, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Фото: bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:Лариса Михалькова