Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
16 Август 2022, 11:55

Йөрәкте нисек һаҡларға?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Сергей Бойцов түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе

Йөрәкте нисек һаҡларға?
Йөрәкте нисек һаҡларға?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Сергей Бойцов йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең инфекцияларҙы нисек арттырыуы, быны булдырмау өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәклеге хаҡында хәбәр итте.

- Сәләмәтлеккә бик күп кенә факторҙар йоғонто яһай. COVID-19, киҙеү һәм башҡа инфекциялар туранан-тура йөрәк мускулдарына тәьҫир итә, инсульт, инфаркт, миокардит булыу, йөрәк ритмының боҙолоуы атеросклероз хәүефен арттыра. Мәҫәлән, коронавирус инфекцияһы үпкә аша үтә, унан һуң ялһыныу, тромбоздар барлыҡҡа килә. Улар иһә артерияны ҡаплауы, инфаркт йәки инсультҡа килтереүе ихтимал, - тип белдерҙе Сергей Бойцов. – Башҡа йоғошло сирҙәр ҙә йөрәк һәм сосудтарға кире йоғонто яһай. Йоғошло сирҙәр бигерәк тә өлкәндәр өсөн хәүефле – ваҡыт үтткән һайын ҡан тамырҙары зыян күрә, 65 йәштән һуң гипертонияға кешеләрҙең 80 проценты зарлана. Бында иһә өҫтәмә йөкләмә.

Тағы бер фактор – артыҡ тән ауырлығы. Ир-егеттәр биленең - 102, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 88 сантиметрҙан артыуы хәүефле. Ҡан баҫымы күрһәткестәренең дә 140-ҡа 90 булыуы яҡшы.

Һәр йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре сигнал бирә, уларҙы аңлай белергә кәрәк, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ауыр тын алыу, йөрәк эшмәкәрлегендә тайпылыштар – йөрәк тибешенең йышайыуы, көсәйеүе, күкрәк ситлегенең ауыртыуы кеүек күренештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шулай итеп, йөрәктең һау булыуы өсөн түбәндәге өс ҡағиҙәне үтәргә кәрәк:

  1. COVID-19-ҙан, киҙеүҙән вакцина яһатырға. Прививка эшләткән кешенең инфекцияны эләктереүе ихтимал, тик ул күпкә еңелерәк үтә, тромбоз хәүефе кәмей.
  2. Билде үлсәү. Ҡорһаҡтағы майҙар йөрәк-ҡан системаһы өсөн бигерәк хәүефле.
  3. Сәләмәт тормош алып барығыҙ, тоҙ, алкоголь менән мауыҡмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ. Хәрәкәт иткән мускулдар – гипертонияға ҡаршы тикшерелгән ысул, тип белдерә табиптар.

Фото: shape.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:Лариса Михалькова