Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
3 Август , 09:50

Меңъяпраҡ һутын әҙерләп ҡалайыҡ

Табип-фитотерапевт А.В. Печеневскийҙан кәңәш  

Меңъяпраҡ һутын әҙерләп ҡалайыҡ
Меңъяпраҡ һутын әҙерләп ҡалайыҡ

Меңъяпраҡ - елһенеүгә, микробтарға, аллергияға ҡаршы ҡулланылған, ауыртыныуҙы баҫҡан дарыу үләне. Шулай уҡ ул йәрәхәттәрҙе бөтәштереүсе, ҡан ағыуын туҡтатыусы сара булараҡ та билдәле. Дауаланыу маҡсатында уның яңы һығылған һутын да уңышлы ҡулланалар.

Меңъяпраҡ шау сәскәлә ултырғанда йыйып, һутын һығып алырға була. Иң һутлы үҫемлек йылға ярҙарында, үҙәндәрҙә үҫә. Йыйғандан һуң ике сәғәт үткәс, уны ит турағыс аша йәки блендерҙа ваҡлайбыҙ. Ошо массаның һутын һығып алабыҙ. Һуты әҙ сыҡһа, саҡ ҡына ҡайнап һыуыған һыу өҫтәргә лә мөмкин. Килеп сыҡҡан һутты шәкәр йә бал иретерлек итеп бер аҙ йылытабыҙ. Һыуынғас, банкаға йә быяла шешәгә ҡойоп, ауыҙын тимер ҡапҡас менән нығытып ябып ҡуябыҙ. 0 градустан түбәндә уны йыл буйы һаҡларға була. Ҡулланғанда балғалаҡлап ҡына тотонабыҙ.

Фото:khngi.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова