Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
25 Июль 2022, 14:15

Баһалауҙарын, рәхмәт әйтеүҙәрен көтмә...

Ҡолаҡ шаулаһа, ҡан баҫымы һикергеләһә, хәлһеҙлек, юғары ҡан баҫымы һәм баш ауыртыуы күҙәтелһә... Инсульттан нисек һаҡланырға?

Баһалауҙарын, рәхмәт әйтеүҙәрен көтмә...
Баһалауҙарын, рәхмәт әйтеүҙәрен көтмә...

Инсульт мейелә ҡан әйләнешенең боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Йыл һайын Рәсәйҙә 400 меңдән ашыу кеше уны кисерә, һәр өсөнсө осраҡ үлем менән тамамлана, шәбәйгәндәренең дә яртыһы тиерлек инвалид булып ҡала.

Шуның өсөн сирҙең тәүге билдәләрен һиҙелеү менән иҫкәртеү эше алып барыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Ниндәй билдәләр тураһында һүҙ бара? Ҡолаҡ шаулаһа, ҡан баҫымы һикергеләһә, хәлһеҙлек, юғары ҡан баҫымы һәм баш ауыртыуы күҙәтелһә - инсульт хәүефе бар тигән һүҙ.

Сирҙән нисек һаҡланырға?

Беренсенән, изге теләктәр һәм күтәренке күңел менән йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйырға. Тормошта бер нигә мыжымай, зарланмай, бер кемгә үпкәләмәй, башҡаларҙы тәнҡитләмәй йәшәргә өйрәнергә ваҡыт. Шулай уҡ баһалауҙарын, таныуҙарын, рәхмәт әйтеүҙәрен дә көтмәҫкә. Һәр кем үҙендә һөйөү һәм рәхмәтле булыу тойғоларын үҫтерергә тейеш. Әлбиттә, кире тойғоно яһалма рәүештә баҫыу мөмкин түгел. Тәнҡит, йән көйөүе, мыҫҡыл итеү, мыжыу кеүек кире тойғоларҙы үҫтермәйенсә, урынын ыңғай хис-тойғо менән тултырырға өйрәнеү зарур.

Икенсенән, организмды дөйөм һауыҡтырыу менән шөғөлләнергә. Йүгереү, йөҙөү, башҡа төрлө физик әүҙемлек - күңелгә ятышлыһын һайларға һәм даими шөғөлләнергә. Организмды сыныҡтырыу ҙа, режим буйынса йоҡо туйҙырыу ҙа - был сирҙән аралауҙа бер аҙым.

Өсөнсөнән, туҡланыу режимы. Уны дөрөҫ ойошторорға кәрәклекте әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Ҡыҙҙырылған һәм майлы ризыҡтан баш тартырға, һимеҙ ит, ҡаймаҡ, йомортҡа, сыр, колбаса, сосиска, ондан бешерелгән ризыҡ ашауҙы кәметергә. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк ҡулланырға.

Дүртенсенән, ҡан баҫымын тикшереп тороу һәм атеросклероз (ҡан тамырына холестерин ултырыу) менән көрәшеү мотлаҡ.

Шулай итеп, сир аяҡтан йыҡҡанын көтөп ултырғансы уны алдан иҫкәртеү, һаҡланыу күпкә отошлораҡ.

Фото: zdorovayarossia.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова