Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
22 Июль 2022, 12:00

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән йәйге мәл, организмды файҙалы матдәләр менән туҡландырып ҡалыуҙы хәстәрләр ваҡыт етте. Гемоглобин түбән булған осраҡта уларҙың ҡайһы берҙәрен йыш ҡулланырға кәрәк.

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Сөгөлдөр. Ҡырылған йәшелсәне туҡланыу рационына йыш индереү был йәһәттән хәлде еңеләйтә. Һутын да эсергә була, тик уны күп ҡулланыуҙың насар яғы - ашҡаҙан-эсәк юлына кире тәьҫир итеүе лә бар.

Кишер һуты. Аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр берәр стакан эсеп йөрөү һөҙөмтәле.

Ҡарабойҙай (йәшеле бигерәк тә файҙалы).

Йомортҡа. Уртаһы салт һары булғаны кәрәк.

Күрәгә һәм башҡа кипкән емештәр - уларҙа яңы өҙөлгәндәренекенә ҡарағанда тимер күберәк миҡдарҙа.

Ҡара йәшел һәм ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә, емеш-еләк бик файҙалы (шпинат, йәшел тәмләткес үләндәр, фасоль, йәшел алма, ҡыҙыл виноград, ҡара ҡарағат, мүк еләге, кипкән гөлйемеш, анар, ер еләге).

Грек сәтләүеге һәм мүк еләге ҡушылған бал - ҡандағы аҡһымды күтәрер өсөн бик яҡшы сара.

Баллы гөлйемеш эсемлеге иммунитетты нығытыу һәм дөйөм хәл керетеү өсөн дә, гемоглобинды күтәреү өсөн дә яҡшы сара. Гөлйемеште ҡайнар һыу ҡойолған термоста бер нисә сәғәт төнәтергә, ә балды эсер алдынан ғына һалырға кәрәк.

Үлән йыйылмаһы. Икешәр ҡалаҡ кесерткән, ҡара бөрлөгән (ежевика), өсәр ҡалаҡ һары мәтрүшкә һәм ромашка сәскәһен ваҡлап, бергә бутап, термоста 700 грамм ҡайнар һыуҙа бер аҙ төнәткәс, стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсеү ыңғай һөҙөмтә бирә.

Фото: domovouyasha.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова