Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
19 Июль 2022, 10:00

Һауыҡтыра, ябыҡтыра, йәшәртә...

Диетологтар йәшел төҫтәге татлы борос­то маҡтап бөтә алмай. Улар раҫлауынса, был йәшелсә тән тиреһенең ҡартайыуына ҡаршы көрәшә, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Унда В, С, А, Е витаминдары, каротин, аҙыҡ епсәләре, селен, натрий, магний, кальций, тимер, цинк, баҡыр, марганец, фосфор бар, шулай уҡ ул тәбиғи антиоксидант булып тора.

Һауыҡтыра, ябыҡтыра, йәшәртә...
Һауыҡтыра, ябыҡтыра, йәшәртә...

Бик йыш осраған “антиоксидант” һүҙенә ҡыҫҡаса аңлатма биреп китеү урынлы булыр. Был мат­дәләрҙең төп бурысы – организмдағы әсеү процесына ҡаршы көрәшеү. Улар күҙәнәктәрҙе тергеҙә, ҡартайыуҙы аҡрынайта, иммун система­һын нығыта, мат­дәләр алмашыныуын көйләй, йөрәк сирҙәре хәүефен кәметә, зарарлы нурланыштан һаҡлай. Бик күп төрлө витамин һәм микроэ­лемент­тарҙы туплаған был йәшелсә һырҙарға, тире проб­лемаларына ҡаршы көрәшә, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген көйләй, тип раҫлай белгестәр.

Өҫтәүенә татлы боростоң 74–94 проценты һыуҙан тора, калорияһы бик аҙ, шуға күрә ул – ябығырға теләгәндәр өсөн алмаштырғыһыҙ аҙыҡ. Диетологтар йәшелсәне табынға итле ризыҡтар менән бирергә кәңәш итә.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-07-15/auy-tyra-yaby-tyra-y-sh-rt-2875101 

Автор:Лариса Михалькова