Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
12 Июль 2022, 11:00

Эҫе тейеүҙән һаҡланығыҙ!

Нисек итеп? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Эҫе тейеүҙән һаҡланығыҙ!
Эҫе тейеүҙән һаҡланығыҙ!

Ниһайәт, күптән көткән эҫе көндәр килде. Йылға-күлдәрҙә һыу инергә мөмкинлек сығыу менән бер рәттән, оҙаҡ ҡояш аҫтында булғанда, башҡа эҫе тейеү хәүефе лә артты.

Баш кейемһеҙ ҡояш тура төшкән урындарҙа булған осраҡта ҡан тамырҙары ҡыҙып, киңәйеп, баш яғына ҡан күпләп аға. Организмдың йылылыҡ тигеҙлеге боҙола, шунлыҡтан баш әйләнеүе, иҫтән яҙыу, унан да яманырағы - йөрәктең һәм һулыш алыуҙың туҡтап ҡалыуы кеүек хәлгә алып барып еткереүе мөмкин.

Эҫелә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк:

Таҙа шишмә һыуын күберәк эсергә.
Майлы ауыр аҙыҡ ашамаҫҡа, спиртлы эсемлек эсмәҫкә.
Өҫкә тәбиғи материалдан тегелгән асыҡ төҫтәге кейем кейеү отошло. Баш кейеме мотлаҡ.
Бигерәк тә пляжға, тәбиғәт ҡосағына йыйынғанда баш кейеме, ҡара күҙлек, ҡояшҡа ҡаршы ҡулланылған крем, таҙа һыу алыуҙы иң беренсе хәстәрләргә кәрәк. Ҡыҙыныу урынына иртән сәғәт 12-гә тиклем һәм төштән һуң сәғәт 4-тән һуң барыу зыянһыҙыраҡ булыр. Был баҡсала эшләүгә лә ҡағыла.

Көндөң эҫе мәлендә урамда булғанда үҙ хәлегеҙҙе контролдә тотоғоҙ: тән тиреһе үтә ҡыҙармағанмы, ныҡ һыуһатмаймы, ауыҙ кипмәгәнме - был билдәләр күҙәтелгәндә күләгәле урынға барыу, бер нисә йотом һыу эсеү, бит-ҡулды сылатыу фарыз. Мөмкинлек булғанда, өйөгөҙгә ҡайтырға, һалҡынса һыу менән йыуынып тән температураһының төшөүен тәьмин итергә кәрәк. Пульс шәп тибә, йә киреһенсә һиҙелмәһә, ҡоҫҡо килһә, кисекмәҫтән табип саҡыртығыҙ.

Фото: pibig.info

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова