Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
28 Апрель 2022, 09:45

Сәйҙе лә белеп эс

Ҡуйы итеп тороп бешереп, татлы ҡара сәй эскәс, йөрәгегеҙ ҡағып тик торамы? Йоҡо ҡасыуҙан яфаланаһығыҙмы? Үҙегеҙ яратҡан эсемлекте башҡа төрлөгә алмаштырып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, үлән сәйенә.

Сәйҙе лә белеп эс
Сәйҙе лә белеп эс

Уларҙың төп айырмаһы шунда – составында нервы системаһын ҡуҙғытырлыҡ кофеин юҡ, әммә кеше организмы өсөн файҙалы биологик матдәләр бар. Һүҙ витаминдар, гликозидтар, алкалоидтар, сапонин, фермент, органик кислоталар, пектин һәм башҡалар хаҡында бара.

Миҫал өсөн, ҡайын япрағы сәйен алайыҡ. Бер литр ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы кипкән япраҡ төнәтергә кәрәк. Эсемлек тоҙ ултырғанда, бәүел ҡыуығы елһенгәндә ярҙам итә.

Йәш имән япрағынан сәйҙе 200 миллилитр һыуға бер аш ҡалағы япраҡ иҫәбенән эшләйҙәр, ҡанды таҙартыу өсөн эсәләр.

Ә кем татлы мәтрүшкә сәйен белмәй икән? Сәй өсөн кипкән мәтрүшкәгә ҡайнар һыу һалып, биш минут тоторға кәрәк. Һөт, ҡаймаҡ ҡушып эсергә мөмкин. Бер стакан һыуға бер балғалаҡ мәтрүшкә иҫәбенән әҙерләнгән сәй йүтәлләгәндә лә ҡулланыла. Ғөмүмән, мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат киң, уны даими ҡулланғанда тын юлдары сирҙәре, йүтәл, һалҡын тейеү кеүек күренештәр урап үтәсәк. Тик сама белергә кәрәк.

Бөрлөгән япрағынан әҙерләнгән сәй эҫелә һыуһынды баҫа, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Көртмәле япрағынан әҙерләнгән сәй иһә бигерәк тә файҙалы. Уны пиелонефрит, простатит, нефропатия, артрит, пневмония, бронхит; пародонтоз, стоматит, тонзиллит, гингивит кеүек һәм башҡа сирҙәрҙе дауалағанда комплекслы терапияла ҡулланалар.

Көртмәле урологияла диуретик һәм цистит, уретрит кеүек сирҙәргә ҡаршы тороу өсөн тәбиғи сара булараҡ та ҡулланыла. Уның төп үҙенсәлеге – бер үк ваҡытта антибактериаль, елһенеүгә ҡаршы, үт ҡыуыу кеүек сифаттарға эйә.

Ҡайын еләге япрағы сәйен геморрой, эсәк ялҡынһыныуы, бөйөр ауырыуы булғанда, башҡа сирҙәрҙе дауалағанда ла көн һайын эсһәң, зарары юҡ. Сәй өсөн ҡыҙарған, көҙгө япраҡтар яҡшы: уларҙан бешкән сәй ҡуйыраҡ төҫлө, тәмлерәк еҫле була. 200 миллилитр һыуға 3–5 грамм япраҡ һалына.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Фото:miychay.com

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-04-26/s-y-e-l-belep-es-2784223

Автор:Лариса Михалькова