Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
20 Апрель , 10:30

Оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнән нисек ҡотолорға?

Халыҡ араһында һыналған ябай ғына ысулдар - яҙмала. Сәләмәт булайыҡ!

Оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнән нисек ҡотолорға?
Оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнән нисек ҡотолорға?

Эш тә эш, йәшәү ритмының тиҙлеге, тейешенсә ял итә белмәү, физик әүҙемлектең кәмеүе, башҡа сәбәптәр кешене һәр саҡ етди көсөргәнештә тота. Быға берәй хроник сир ҙә ҡушылһа, хәл тағы ла ҡатмарлаша. Ошо сәбәпле ҡайһы берәүҙәрҙең депрессияға бирелеүе мөмкин. Халыҡ тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ябай аҙыҡтар һәм эсемлектәр ярҙамында һаулыҡты нығытырға, күңел торошон тигеҙләргә була.

1. Көн дә бер банан ашау депрессиянан һаҡлай, кәйефте күтәрә, сөнки был экзотик емештә алколоид харман бар, ә уның нигеҙен бәхет гормоны - мескалин тәшкил итә.

2. Бер балғалаҡ ромашка сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыуытып, һөҙөп алып, көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсеү ҙә хәлде бермә-бер көйләй, ти белгестәр.

3. Бер ҡалаҡ бөтнөк үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут талғын утта ҡайнатып сығарабыҙ. Әҙер төнәтмәне иртәле-кисле яртышар стаканлап эсеү ҙә кәйефтәрҙе күтәрә, күңел төшөнкөлөгөнән аралай.

4. Женьшендең кипкән тамырына йәки япрағына 1:10 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә лә көнөнә бер балғалаҡлап ҡулланырға. Һаулыҡҡа ыңғай булышлығы һис шикһеҙ тойоласаҡ.

5. Депрессия менән кишер яҡшы көрәшә. Йәшелсәнән көнөнә 100-200 грамм салат әҙерләп ашау йәки бер стакан яңы һығылған һутын эсеү организм өсөн тик яҡшыға ғына.

Фото: goodfon.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова