Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
13 Апрель 2022, 09:20

Танау тонғанда - яҡшы ысул

Дарыуханала тымауҙы баҫыр дарыуҙар күптер ҙә ул, ә бына өйҙә теңкәгә тейгес был сирҙән нисек тиҙ ҡотолорға була?

Танау тонғанда - яҡшы ысул
Танау тонғанда - яҡшы ысул

Яғҙы алдатҡыс көндәрҙә кешеләр төрлө сирҙәргә йышыраҡ дусар булыусан. Тамаҡ шешеү, танау тоноу, башҡа ерҙәргә һыуыҡ үткәреп һыҙланыу һ.б. ауырыу нәҡ миҙгел алмашынған осорға тура килә.

Шул сирҙәрҙең береһе - танау тонғанда нисек итеп үҙебеҙгә үҙебеҙ ярҙам итә алабыҙ - шул турала һөйләшәйек. Дарыуханала уны баҫыр дарыуҙар күптер ҙә ул, ә бына өйҙә теңкәгә тейгес был сирҙән нисек тиҙ ҡотолорға була?

Ундай халыҡ сараһы бар. Дауа әҙерләү өсөн кәрәк була: ярты лимон, уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуған, бер ҡалаҡ бал, бер стакан һыу.

Ҡайнаған һыуға түңәрәкләп туралған һуғанды һалып, 15 минут ҡайнатырға ла уттан алып йылымыс хәлгә еткәнсе ултыртып тоторға. Ошо һыуға бал өҫтәп, иҙелеп бөткәнсе яҡшылап болғатырға. Төнәтмәне эсер алдынан ғына ярты лимон һуты ҡушырға кәрәк.

Шифалы сәйҙе берәр ҡалаҡлап көнөнә ике-өс тапҡыр эсергә. Артығын һыуытҡысҡа ҡуйырға була, ул ике көндән артыҡ һаҡланмай.

Фото: skorohod-nn.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:Лариса Михалькова