Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
8 Апрель 2022, 11:20

Иммунитет өсөн шифалы дауа

Яҙ – организм витаминдарға иң ныҡ ҡытлыҡ кисергән ваҡыт. Уға ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү, иммунитетты күтәреү өсөн түбәндәге сара ярҙамға килер.

Иммунитет өсөн шифалы дауа
Иммунитет өсөн шифалы дауа

Ярты стакан йөҙөм, бер стакан грек сәтләүеге, ярты стакан баҙам сәтләүеге (миндаль), яртышар стакан күрәгә һәм кипкән ҡара слива, ике лимон ҡабығын ит турағыстан үткәрергә. Лимон һутын да айырым ошо массаға һығырға, өҫтөнә бал ҡойорға һәм яҡшылап болғатырға. Ҡуйы массаны бер-ике көн ҡараң­ғыла тотҡас, ҡуллана башларға мөмкин. Артығы һыуытҡыста һаҡлана. Шифаһы тейһен өсөн уны ололарға көнөнә өс тапҡыр бер-икешәр ҡалаҡ, ә балаларға ике тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға кәңәш ителә.

Күрәгә, кипкән ҡара слива, инжир, грек сәтләүеге, йөҙөм, бал – ошо компоненттарҙың һәр береһе 200-әр грамм һәм бер лимон алына. Кипкән емештәрҙе, сәтләүекте  һәм лимон ҡабығын ит турағыстан үткәрәбеҙ, лимон һуты һәм бал өҫтәп бутайбыҙ. Файҙалы ризыҡты ашарҙан алда бер ҡалаҡ ҡабыу ҙа хәлде күпкә яҡшыртыр.

Миләүшә САЙТАКОВА менән Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне

Фото:bashirpaseki.ru

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-04-08/immunitet-s-n-shifaly-daua-2761309

 

Автор:Лариса Михалькова