Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
27 Март 2022, 12:10

Йүтәлгә ҡаршы һөҙөмтәле сара

Был рецепттың һәр кемгә кәрәге тейеүе бар - үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ

Йүтәлгә ҡаршы һөҙөмтәле сара
Йүтәлгә ҡаршы һөҙөмтәле сара

Үҙгәреп тороусан һауа торошонда төрлө респираторлы йоғошло сирҙәр һәр кемде һағалап ҡына тора. Үҙең дә һиҙмәҫтән йүткерә, тамаҡ төбө ҡысыта башларға мөмкин. Бына шул саҡта ярҙамға килер электән билдәле бер халыҡ дауаһы бар. Уны йоҡлар алдынан эсеп ятҡанда, иртән тороуға ыңғай һөҙөмтәһе күренер.

Нимәләр кәрәк?
250 грамм һөт
бер балғалаҡ аҡ май
бер балғалаҡ бал
бер йомортҡаның һарыһы
1/4 өлөш балғалаҡ аш содаһы.

Нисек әҙерләнә?
Ҡайнатып сығарылған һөт 60 градусҡаса һыуытылғас, май, бал ҡушып, яҡшылап болғатыла. Шунан йомортҡа һарыһын һәм соданы өҫтәп, тағы туҡырға кәрәк. Дауа оло кеше өсөн тәғәйенләнгәндә бер балғалаҡ коньяк өҫтәп ебәрергә лә була.

Шифалы сараны 4-5 көн рәттән төнгөлөккә эсергә кәңәш ителә.

Тик шуныһы: ингредиенттарҙың теге йәки быныһына аллергия юҡлығына инанырға кәрәк, шуның өсөн дә һәр осраҡ буйынса ла табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа!
Фото:pulmonolog.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:Лариса Михалькова