Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
27 Март 2022, 13:00

Тештәге таштан өйҙә генә нисек ҡотолорға?

Беләһегеҙме, ә бит ябай һәм кеҫәгә әллә ни һуҡмай торған алым бар.

Тештәге таштан өйҙә генә нисек ҡотолорға?
Тештәге таштан өйҙә генә нисек ҡотолорға?

Тештәргә ултырған һары йәки һоро ҡуныҡты өй шарттарында ла бөтөрөргә була. Әлбиттә, был йәһәттән заманса стоматологияла ниндәй генә төр хеҙмәтләндереү юҡ! Ә унда барыу кеҫәгә ныҡ һуҡһа, ғәмәлде үҙаллы ла таҙартыу эшен башҡарырға була.

Нисек итеп тиһегеҙме? Бының өсөн беҙг 40 грамм грек сәтләүеге ҡабығы һәм бер стакан һыу кәрәк.

Ваҡланған сәтләүек тышын бер стакан һыуҙа 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп алырға һәм теш щеткаһын 10 минутҡа шул төнәтмәгә тығып ҡуйырға кәрәк. Шунан уның менән тештәрҙе ентекләп таҙартабыҙ. Был процедураны көнөнә өс тапҡыр эшләргә лә мөмкин. Шул рәүешле тештәге ҡуныҡ бөткәнсе эшләргә мөмкин.

Тырышлыҡтың һөҙөмтәһен ике аҙнанан күреп ҡыуанырһығыҙ. Сәтләүек ҡабығының бактерияға ҡаршы торорлоҡ көслө сара икәнлеге билдәле. Шул үҙенсәлеге ярҙамында ул тештәрҙәге бысраҡ ҡатламды юҡҡа сығара ла инде. Теш ҡаҙнаһы ҡанап ыҙаланғандарға ла килешә ул - елһенеү тиҙ арала бөтөр.

Фото:pro-orehi.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:Лариса Михалькова