Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
19 Октябрь 2021, 15:40

Иммунитетты нисек нығытырға?

Әле көндәр бер аҙ йылы торһа ла, тиҙҙән һауа торошо яйлап үҙгәрәсәк. Көндәр һыуытып, һауа шарттары беҙҙең сәләмәтлеккә ныҡлап тәьҫир иткәндә, имбирь, һарымһаҡ һәм лимон иммунитетты нығытырға ярҙам итә.

Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?

Имбирь менән һарымһаҡтан бик яҡшы, күп сирҙәрҙән дауалай торған сәләмәтлек эликсирын яһарға мөмкин. Бының өсөн дүрт баш һарымһаҡ, дүрт лимон, бәләкәй генә имбирь тамыры, ике литр таҙа һыу кәрәк. Лимонды йыуып турайбыҙ. Һарымһаҡты таҙартып, имбирь, лимон менән бергә блендерҙа (ит турағыс аша) иҙәбеҙ. Массаны тимер һауытҡа һалып, өҫтөнә ике литр һыу ағыҙабыҙ ҙа ут өҫтөнә ҡуябыҙ. Болғатып тороп, ҡайнап сығыр алдынан уттан алабыҙ. Һыуынғас, һөҙөп алып, быяла һауытҡа тултырабыҙ. Дарыуҙы һәр көн ашарға ике сәғәт алдан эсәбеҙ.
Был эликсир ҡан тамырҙарының томаланыуын дауалай, ҡандағы холестеринды кәметә, һалҡын тейгәндән булыша, бауырға организмды таҙартырға ярҙам итә. Шулай уҡ арығанлыҡты бөтөрә, инфекцияларҙы юҡ итә.
Табип-иммунолог Марина Аплетаева төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә башҡа һөҙөмтәле сараларҙы атай.
Иммунологтың фекеренсә, иммунитет – ул “күп компонентлы программа”. Ә уның булыуы өсөн сәләмәт тормош алып барырға һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
Иммун системаһын нығытыу өсөн дарыуҙы йәки “иммунитетты нығытҡан” аҙыҡ-түлекте күпләп ашарға кәрәкмәй. Улар ҙур роль уйнамай, дөйөм алғанда, сәләмәт туҡланыу һәм спорт менән даими шөғөлләнеү зарур. Уның фекеренсә, саф һауала йәйәү йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, фастфуд ашамау, сирлеләр менән аралашыуҙан тыйылыу иммунитет өсөн файҙалы.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Фото

Автор:Лариса РИЗВАНОВА