Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
14 Октябрь 2021, 14:10

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Күреү һәләттәре насарайған кешеләргә ярҙам итеү һәм күҙ сирҙәрен иҫкәртеү маҡсатында 1998 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Бөтә донъя күреү көнө иғлан итә. Был көн йыл һайын октябрҙең икенсе кесаҙнаһында билдәләнә. Быйыл ул 14 октябргә тура килә.

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Билдәле булыуынса, кешенең тойомлау органдары бишәү. Шулар араһында иң күп мәғлүмәт биргәне – күҙҙәр. Ғалимдар фекеренсә, кеше тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәттең 90 процентын күҙҙәр ярҙамында ала.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-офтальмологы Роза Ямалетдинованың һүҙҙәренсә, күҙ сирҙәре буйынса беренсе урында күҙ рефракцияһы боҙолоуы (үтәғарашлыҡ, өлкәндәр үтәғарауы, күрәғарау, астигматизм) тора, уның менән 419 кеше яфалана. Икенсе урында күҙҙең аҡһымы шекәрәһе сирҙәре (күҙҙең селтәрле ҡатламы ҡубыуы) – 151 кеше. Өсөнсө урында күҙ сир-ҙәре араһында иң киң таралғаны – глаукома (140 кеше). Мәсетле районында 35 күрмәгән һәм насар күргән II һәм III төркөм инвалид иҫәпләнә.
Күреү һәләтен өлөшләтә һәм тулыһынса юғалтыу сәбәптәре төрлө. Беҙҙең районда табипҡа күҙгә эләккән ниндәйҙер сүпте алыу өсөн йыш мөрәжәғәт итәләр. Бигерәк тә токарь, слесарь, иретеп йәбештереүселәр ярҙам һорап килә.
Барыһына ла амбулатория шарттарында ярҙам итеү мөмкин түгел. Ҡайһы бер осраҡтарҙа проблеманы хәл итеү өсөн хирургия ҡатнашлығы талап ителә.
Күҙҙәрҙе һаҡлау өсөн ауыл хужалығы һәм башҡа эштәр ваҡытында һаҡлаусы күҙлектәр менән ҡулланырға кәрәк. Ағас юнысҡыһы, металл, быяла киҫәктәре күҙгә эләккәндә, күҙҙе ыумағыҙ, сөнки күреү органын тағы ла нығыраҡ имгәтеүегеҙ бар. Уны үҙ аллы сығарыу күҙ эсендә инфекцияның барлыҡҡа килеүенә йәки яраға килтереүе ихтимал. Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Ҡыҙыҡлы факттар
Кешенең күҙе 8 грамм тәшкил итә.
Өлкән кешенең күҙ алмаһы диаметры 3 см самаһы тәшкил итә.
Ғалимдар зәңгәр күҙлеләрҙең ҡартайғас йышыраҡ һуҡырайыуын иҫбат иткән.
Ябай кеше бер нисә мең төҫтө күрһә, рәссамдар – миллионға тиклем.

Автор:Наталья  Русинова