Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
31 Август 2021, 15:00

Заманса гаджеттар: баланың күреү һәләтен нисек һаҡларға

Алда – яңы уҡыу йылы. Күп ата-әсәләр балаһының күреү һәләте насарайыуын билдәләй. Күреү һәләте насарайыу сәбәптәрен асыҡлау өсөн беҙ “Оптика-Proзрение” белгесе, оптометрист Резеда Ғафароваға мөрәжәғәт иттек.

Заманса гаджеттар: баланың күреү һәләтен нисек һаҡларға
Заманса гаджеттар: баланың күреү һәләтен нисек һаҡларға

– Баланың ҡайһы парта артында ултырыуы мөһимме?
– Күп ата-әсәләр күҙҙәре насар күргән балаһы беренсе парта артында ултырырға тейеш, тип иҫәпләй, әммә был улай түгел. Был электән күреү һәләтен төҙәтеү методикаһының тулы булмау эҙемтәһендә таралған уйҙырма.
Баланың күреү һәләтен тулыһынса төҙәтеү – уға төрлө арауыҡтан күҙ мускулдарына көс һалмай әйберҙәрҙе яҡшы күреү һәләтен ҡайтарыу, тимәк, күҙ ауырыуына артабан үҫешергә юл ҡуймау.
Шулай итеп, әгәр ҙә баланың күреү һәләте тулыһынса төҙәтелеп, күҙлек кейә икән, ул теләгән урында ултыра ала. Дөрөҫ һайлап алынған күҙлек тә теләгән парта артында ултырырға мөмкинселек бирә.
Әгәр ҙә баланың күреү һәләте махсус күҙлек һәм линзалар ярҙамында яҡшырмай, бүтән төр сир арҡаһында, мәҫәлән, амблиопия (“ялҡау күҙ” – бер күҙ күрмәй – ред.) түбәнәйә икән, был осраҡта тәүге парта артында ултырырға кәрәк.
Кемдең күреү һәләте яҡшы, уларға иң һуңғы парта артында ла ултырырға мөмкин, тик был осраҡта таҡталағы яҙыуҙың бәләкәй булмауы, күҙҙәргә көс төшөрмәй ҡарау шарт.

– Мәктәптә күп уҡырға тура килә, был күҙҙәрҙең күреү һәләтенә зыян килтермәйме?
– Уҡыған ваҡытта күҙҙәр бер фокусҡа туплана. Әгәр ҙә бындай хәл йыш ҡабатланып, оҙаҡ ваҡыт була икән, күҙҙәрҙең үҙгәрергә һәләтле мускулдары ҡыҫыла һәм һөҙөмтәлә ялған күрәшлек барлыҡҡа килә, ваҡыт үтеү менән, күҙҙәргә көс төшөрөп уҡыу һөҙөмтәһендә, күреү һәләте бөтөнләй түбәнәйә.
Шуның өсөн дә уҡыған ваҡытта китаптан айырылып, ял итеп алырға, күҙ ҡарашын төрлө әйберҙәргә һәм алыҫлыҡҡа күсереп, гимнастика эшләргә кәрәк.
Уҡыған саҡта күҙҙәр талмаһын өсөн текстағы хәрефтәрҙең ваҡ булмауы, ә яҡтылыҡтың дөрөҫ төшөүе, етәрлек кимәлдә булыуы яҡшы.
– Күҙҙәр өсөн ниндәй яҡтылыҡ иң дөрөҫө?
– Яҡтылыҡ етәрлек кимәлдә булырға тейеш, бала ҡараңғыла лампа яҡтыһында уҡыһа, был дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә лампа яҡтылығында китап уҡыһа йәиһә планшет ҡараһа, был осраҡта бүлмәлә дөйөм яҡтылыҡ булыуы мөһим.
Күҙҙәр өсөн иң яҡшы яҡтылыҡ – ҡәҙимге көн яҡтылығы.
Шулай уҡ эш урынында яҡтылыҡты дөрөҫ булдырыу мөһим. Дөйөм яҡтылыҡты урындағыһы менән берләштерергә тырышығыҙ.
Яҡтылыҡ бер тигеҙ, бер төҫ температураһында булыуы яҡшы, өҫтәл лампаһы күҙҙәрҙе сағылдырмаҫҡа һәм эш өҫтәлендә күләгә, яҡты шәүлә булдырмаҫҡа тейеш.

– Заман уҡыусыһына компьютер һәм планшетһыҙ уҡыу мөмкин түгел. Күреү һәләтен һаҡлау өсөн гаджеттарҙы нисек дөрөҫ ҡулланырға?
– Барлыҡ гаджеттар күҙгә күренгән спектр нурын тарата, шунлыҡтан беҙ экрандағы яҙыу, һүрәттәрҙе күрәбеҙ. Шул иҫәптән, улар күҙ өсөн зарарлы булған күк-шәмәхә яҡтылыҡ та тарата. Уның оҙаҡ ваҡыт тәьҫир итеүе күҙҙәрҙең арыуына килтерә: күҙҙәрҙә ҡоролоҡ, ышҡылыу, ҡом ышҡыуы хисе, баш ауыртыуы һәм ҡаш өҫтөндә ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Шуның өсөн дә күҙҙәрҙе был нурҙарҙан махсус күҙлек, линза ярҙамында һаҡларға кәңәш ителә.
Гаджеттарҙың тағы ла бер хәүефле яғы бар: уны ҡулланған саҡта беҙҙең күҙҙәр тик бер арауыҡта фокусҡа йыйыла. Был төрлө арауыҡта яҡшы күреү һәләтенә эйә булған күҙ мускулдарының ҡыҫылыуына алып килә, һөҙөмтәлә күрәшлек барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә көсөргәнешле ҡарау бер тапҡыр ғына булһа, күреү һәләте үҙ аллы кире ҡайта.
Шулай итеп, күреү һәләтенә хәүефте аҙыраҡ тыуҙырған компьютерҙы һайлайбыҙ, әммә монитор менән арауыҡты һаҡларға кәрәк, артабан планшет, унан да зыянлыраҡ телефон килә.
Күреү һәләте насараймаһын өсөн 10-12 йәшлек балаларға гаджетты көнөнә 20 минут, 13-14 йәштәгеләргә – 25 минут, 15-16 йәштәгеләргә – яҡынса 1,5-2 сәғәт ҡулланырға кәңәш ителә.
Был сеанстар араһында ун минутлыҡ тәнәфес эшләп алыу файҙалы, ошо арала күҙҙәргә ябай ғына гимнастика эшләргә мөмкин: алыҫҡа ҡарарға, аҙаҡтан ҡарашты төрлө яҡҡа күсерергә, күҙҙәр-ҙе йомоп, асып алырға, күҙҙәрҙе йомоп күҙ ҡабағын еңелсә генә ыуып алырға. Был күнекмәләр күҙҙәрегеҙгә ял бирер.

– Күреү һәләтенә зыян килтермәгән ниндәй спорт төрө файҙалы?
– Организм өсөн урында оҙаҡ ваҡыт ултырмай, күҙҙәргә көс төшөрмәгән саф һауала хәрәкәт талап иткән спорттың бар төрө лә файҙалы. Көнөнә ике сәғәт ҡояш яҡтылығында һәм телефонһыҙ – иң яҡшы ял ысулы.
Күреү һәләтен юғалтмаҫ өсөн ҡарашты төрлө арауыҡта төрлө әйберҙәргә күсереп йөрөтөргә мөмкинселек биргән спорт төрө яҡшы (ҙур һәм бәләкәй әйберҙәрҙең аралашып килгән). Бындай спорт төрөнә бадминтон, теннис, волейбол һәм башҡалар инә.

– Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн махсус аҙыҡ төрө бармы? Көртмәле күреү һәләтенә йоғонто яһаймы, яҡшыртамы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аҙыҡ төрө юҡ. “Черника форте” ла бер нимәне лә яҡшыртмай, ә бары тик бер аҙға күҙҙәрҙең көсөргәнешкә тотороҡлоғон арттыра.
Әммә күҙҙәр өсөн файҙалы булған витамин һәм минералдарға бай аҙыҡтар бар: эремсек, ҡабаҡ, кишер, көртмәле, балыҡ, ҡара әсе шоколад.
Көндәлек рационға үрҙә әйтелгән аҙыҡ төрҙәрен күреү һәләте боҙолоуын иҫкәртеү маҡсатында индереү тәҡдим ителә.

– Күнекмәләр күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итәме?
– Күҙҙәр өсөн күнекмәләр күреү һәләтен бик үк яҡшыртмай. Әммә уның насарайыуын тотҡарлай, сөнки улар ярҙамында күҙҙәге селтәрле шекәрәлә ҡан йөрөшө көсәйә һәм нескә мускулдар нығына.
Күнекмәләрҙе көн дә эшләп торорға кәрәк: күҙ ҡарашын яҡын әйберҙәрҙән алыҫта торғанға күсерергә, өҫкә-аҫҡа, уңға-һулға йүнәлтергә, түңәрәк буйлап йүгертергә, күҙҙәрҙе ныҡ итеп йоморға, аҙаҡтан ҙур итеп асып ҡарар-ға, һуңынан, күҙҙәрҙе йомоп, күҙ ҡабағы аша еңелсә ыуып алырға.
Оҙаҡ ваҡыт компьютер артында эшләгәндә лә күнекмәләрҙе онотмаҫҡа кәңәш ителә. Был осраҡта 20 минут тәҙрәгә ҡарап тирә-яҡтағы әйберҙәргә ҡарашты күсереп ултырыу яҡшы.

– Линзалар тураһында нимә әйтерһегеҙ? Үҫмерҙәргә уларҙы кейергә яраймы?
– Ҡайһы бер үҫмерҙәр күҙлек кейергә ояла. Линзалар – күҙлектәргә яҡшы алмаш. Улар уңайлы, хәүефһеҙ. Линзалар хәрәкәт иреклеге, күреү киңлеге менән өҫтөнлөк тота. Ҡыш көнө һауа температураһы алмашыныу менән күҙлектәр тирләй, ә линзалар менән бындай ҡыйынлыҡтар юҡ.
Линзаларҙы туберкулез, конъюнктивит, юғары дәрәжәләге ҡылыйлыҡ, глаукома кеүек ауырыу төрҙәрендә кейергә кәңәш ителмәй. Шулай уҡ, һыуыҡ алдырғанда, киҙеү ваҡытында кейеүҙән тыйылып торорға кәрәк, сөнки тымау арҡаһында йәш шыйыҡсаһының ағыуы боҙола һәм күҙҙәрҙең елһенеүенә алып килә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: әгәр ҙә балағыҙға күҙлек кейергә кәңәш итһәләр, уны мотлаҡ үтәргә кәрәк.

Автор:Наталья  Русинова