Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
18 Февраль 2021, 14:00

Дөгө кеүәҫе

Дөгө кеүәҫе - бик шифалы эсемлек. Уны әҙерләүҙең әллә ни ҡыйынлығы юҡ, ә файҙаһы иҫ киткес. Һыуһынға ла яҡшы тейә.

Кеүәҫ бөтә организмға яҡшы йоғонто яһай. Таҙараныу, быуындарҙағы тоҙҙарҙы ҡыуыу өсөн дә һөҙөмтәле сара.
Әҙерләү өсөн кәрәк:дүрт ҡалаҡ дөгө ярмаһы
өс ҡалаҡ шәкәр
бер ҡалаҡ йөҙөм.
Тейешле күләмдәге ярманы яҡшылап йыуғас, өҫтөнә ҡайнап һыуытылған бер литр һыу ҡойорға. Шуға шәкәр ҡомо һәм йөҙөмдө лә ҡушып, дүрт көн буйы төнәтәбеҙ. Шул ваҡыттан һуң эсемлек әҙер, уны һөҙөп алып һыуытҡыста һаҡлап ҡулланабыҙ. Төпрәһен тағы бер банка эсемлек өсөн әсетке итеп файҙаланырға була. Был юлы ингредиенттарҙың яртышары ла етә: икешәр ҡалаҡ дөгө һәм шәкәр, йөҙөмдөң дә ҡап яртыһы.
Эсемлекте биш аҙна буйы ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.

Фото: ok.ru
Автор: Аклима Гизатуллина