Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
2 Февраль 2021, 12:30

Был билдәләргә иғтибарлы булығыҙ!

Диабеттың икенсе тибын ғәҙәти булмаған билдәләр аша асыҡларға була.

Аяҡ-ҡулдарҙағы сәйер үҙенсәлектәр ҡанда шәкәрҙең үтә юғары булыуына һәм нервыларҙың боҙолоуына ишаралай. Ҡайһы бер киҫкен билдәләрҙе периферик невропатияға индерергә мөмкин, тип хәбәр итә Express.
Ҡанда шәкәрҙең даими юғары булыуы арҡаһында нервы ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Периферик невропатияға хас булған билдәләрҙең береһе - ҡулдарҙа бейәләй булмаһа ла, уны кейелгән кеүек тойоу. Был аяҡтарға ла ҡағыла. Ҡанда шәкәрҙең юғарылығына күрһәткән билдәләрҙең ҡайһы берҙәре:
-үксәләрҙә йәиһә ҡулдарҙа ойоу йәки сәнсеү тойоу;
-киҫкен, сәнсеп, пульс һымаҡ тибеп торған йәки яндырып ауыртыу;
-тәнгә ҡағылыуға һиҙгерлек артыуы;
- аҙ ғына ауырлыҡтан да аяҡтарҙың һыҙлауы, мәҫәлән, юрған аҫтындағы аяҡтарҙың да ауыртыныу тойоуы;
-хәрәкәттәге үҙ-ара ярашыу боҙолоуы;
- мускулдар йомшарыуы, хәрәкәтләнеү нервылары зарарланғанда фалиж һуғыуы ихтимал.
Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!
Фото:UfaTime.ru
Автор: Дина Арсланова