Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
15 Ғинуар 2021, 11:45
Һөйәктәрең шығырҙаһа...
Үҫмер ҡорона ингән ҡыҙым ҡул-аяҡтарын бөгөп-яҙып күнекмә яһағанда һөйәктәренең шығырҙауы ишетелә.
Был нормаль хәлме, әллә борсолорға урын бармы? Ул нимәнән килеп сыға? Был осраҡта нимә эшләргә була? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Өфөләге 8-се балалар поликлиникаһының юғары категориялы табибы Елена Кудрявцеваға мөрәжәғәт иттек.
- Һөйәктәрҙең йәки быуындарҙың шығырҙауы балаларҙа ла, оло кешеләрҙә лә йыш осрай. Тәүҙә уның нимәнән барлыҡҡа килеүенә иғтибар итәйек. Иң беренсе сәбәп булып аҙ хәрәкәтләнеү тора. Шулай уҡ һөйәктәрҙең һәм һеңерҙәрҙең туҙыуы, бының нәҫел буйынса күсеүе, мускулдарҙа елһенеү процесының үҫешеүе, артыҡ физик көсөргәнеш, һимеҙлек, йәш ҡатын-ҡыҙ организмында аҡһым тупланыу процесы, матдәләр алмашыныу эшмәкәрлегенең боҙолоуы, дөрөҫ туҡланмау (гел итле, әсе йә татлы ризыҡ ашау), йоғошло сирҙәргә тарыу, йәрәхәттәр алыу, бөйөр, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарына тарыу сәбәпсе булып тороуы мөмкин.
Күп осраҡта һөйәктәр йәки быуындар шығырҙағанда ауыртыу һиҙелә, кеше тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, гел кәйефе булмай.
Шығырҙауҙың ҡайһы бер осраҡтары патологик процестарға бәйле түгел. Эш шунда: эстәге синовиаль шыйыҡсалы ҡыуышлыҡта углекислый газ йыйылып тороуы ихтимал. Ул күбәйһә, бер ниндәй ауыртыныуһыҙ ғына шығырҙауға оҡшаш тауыш сыға. Һау организмда был процесс 20-25 минутҡа бер тапҡыр ғына күҙәтелә. Газға синовиаль шыйыҡсалы ҡыуышлыҡта йыйылыу өсөн шул тиклем ваҡыт кәрәк.
Әгәр ҙә инде шығырҙау йыш ҡабатланһа, өҫтәүенә ауыртһа, һуҙмай ғына табипҡа барып хәүефле билдәнең сәбәбен асыҡлау мотлаҡ. Артролог, ревматолог йә булмаһа ортопед ентекле тикшереп, хәрәкәт амплитудаһын өйрәнгәндән һуң ғына диагноз ҡуя ала һәм дауа төрөн билдәләй. Патология процесын өҫтәлмә рәүештә тикшерергә компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы, УЗИ, ҡан менән бәүелдең лаборатор анализы, артроскопия ярҙам итә.
Фото: spineandsportsmed.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/y-kt-re-shi-ir-a-a-630706/
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?