Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
11 Ғинуар 2021, 17:00

Һөйәлдәрҙән ҡотолоп була!

Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙ беләһегеҙме, аяҡ аҫтында тиерлек үҫкән үлән иҫ киткес ҙур файҙаға эйә.

Һүҙ сөйәл үләне, йәғни, русса әйткәндә, чистотел хаҡында бара. Эйе-эйе, һары сәскәле, бөтәгеҙгә лә таныш үлән хаҡында һүҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, ошо үләндең бер ҡыҙыҡлы сифаты бар: ул шунда уҡ сирҙең сәбәбен таба. Мәҫәлән, һөйәл үләненең һутын йә порошогын биологик йәһәттән әүҙем нөктәгә ҡуйһаң, шул уҡ минуттарҙа трансформация күҙәтергә мөмкин: ул шунда уҡ сир сығанағын дауалай башлай.
Сөйәл үләненең файҙалы сифаттары хаҡында кешеләр борон-борондан белгән. Мәҫәлән, күҙ сирҙәрен дауалау өсөн Әбүғәлисина сөйәл үләненең һутын бал менән 1:1 миҡдарында яй ғына утта күбеге бөткәнсе бешерергә ҡушҡан. Шыйыҡса балға оҡшаған булып килеп сығырға тейеш. Уның менән трахоманы, ҡылауҙы дауалағандар.
Һөйәл үләне, ланолин һәм вазелиндан эшләнгән май иһә тире туберкулезын, псориазды, тире яман шешен, һөйәлдәрҙе дауалай. Бының өсөн һөйәл үләнен, вазелинды, ланолинды – 10-шар грамм, 0,25 процентлы карбол кислотаһын 10 тамсы алырға кәрәк.
Һөйәл үләне шештәрҙе, инсульт һәм инфарктты иҫкәртеү һәләтенә эйә. Бының өсөн бер аш ҡалағы үләнде бер стакан ҡайнаған һыуҙа термоста 20 минут самаһы төнәтер кәрәк. Уны ике аш ҡалағы миҡдарында көнөнә өс тапҡыр аштан һуң эсеү фарыз.
Һөйәл үләненең кесерткән һәм тырнаҡ үләне (календула) ҡатнашмаһынан эшләнгән төнәтмәһе метастазалар үҫеүенән ярҙам итә. Бының өсөн үләндәрҙе бер миҡдарҙа алып ваҡларға, бутарға, бер аш ҡалағы ҡатнашманы бер стакан ҡайнаған һыу менән термоста төнәтергә. Иртән ас ҡарынға 0,5 стакан эсергә, кисен аш алдынан икенсе яртыһын эсеп ҡуйырға.
Һөйәл үләненең һуты менән һөйәлдәрҙе, кондиломаларҙы, полиптарҙы яндыралар.
Һөйәл үләне һутын ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн сәскәләрен һабаҡтары менән бергә өҙөргә һәм ит турағыс аша үткәрергә, һутын һығырға кәрәк. Бер литр һутты ярты литр араҡы йәки 250 грамм спирт менән ҡушып, һауытты ныҡ итеп ябыу фарыз. Ошо төнәтмәне төрлө сирҙәр өсөн төрлө миҡдарҙа ҡулланалар. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте Интернет селтәрендә табырға мөмкин. Шулай ҙа халыҡ дауаһы алымдары менән дә һаҡ эш итергә кәрәк, дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото: aif.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева