Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
8 Декабрь 2020, 12:20

Табип коронавирус пандемияһы осоронда ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәклеген әйтте

Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының дөйөм һәм клиник фармакология кафедраһы мөдире, профессор Сергей Зырянов «Аргументы и факты» баҫмаһына өйҙә ковидҡа ҡаршы ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәклеге хаҡында һөйләне. https://www.bashinform.ru/bash/1531427/

Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта, өй аптечкаһында температураны төшөрә торған препараттар, иң яҡшыһы — парацетамол булырға тейеш.
«Танауға тамыҙмалы дарыу һатып алырға мөмкин. Бер ҡасан да антибиотиктар алып, табип күрһәтмәһенән тыш дауаланырға ярамай. Тағы бер модалы тема — D витамины. Йәнәһе лә уның етмәүе ауырыуҙың хәлен ҡатмарлаштыра. Ләкин был витаминды артыҡ файҙаланыу тамырҙарҙың зарарланыуына, бөйөр сиренә килтерә», — тип хәбәр итте табип.
Үҙ белдегең менән вирусҡа ҡаршы препараттар менән дауаланырға ярамай, сөнки «уларҙың кире тәьҫире күп», тип билдәләне ул. Был дарыуҙарҙы табип ҡына тәғәйенләргә мөмкин.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы