Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
23 Октябрь 2020, 16:20

Коронавирус буйынса мәғлүмәт

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Раян Мөхәмәҙиев Мәсетле районында коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тураһында һөйләне.

“Вирус йоҡторғандар һаны районда көндән-көн арта. 22 октябргә ҡарата районда коронавирус менән ауырыуҙың 173 осрағы теркәлгән: 43-сө лабораторияла раҫланған, 131-е рентген аша асыҡланған. 139 кеше һауыҡҡан, 4 кеше – Мәсәғүт ковид-госпиталендә, 29 кеше амбулатор дауалана, бер кеше вафат булған.
Районда өй менән сирләүҙең 13 осрағы теркәлгән, улар барыһы ла медицина күҙәтеүе аҫтында. Урындағы махсус госпиталдә пациенттар юҡ.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһында 22 октябргә ҡарата коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 9946 кешегә еткән. Бер тәүлек эсендә COVID-19 вирусын йоҡторған 69 осраҡ теркәлгән”.