Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
21 Октябрь 2020, 13:30

Халыҡ медицинаһында ла сама бар

Йыш ҡына танауығыҙ тона, һауа һулау ҡыйынлашамы? “Үҙе үтер әле” тип ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ. Отоларингология сирҙәре менән шаярырға ярамай, үҙ белдегеңә дауаланыу сирҙе ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал.

Ғәҙәттә, танау, ҡолаҡ, тамаҡ-йотҡолоҡ сирҙәре ҡәҙимге вируслы инфекциянан башланып китә, организмда елһенеү башлана. Артабан уның бактериаль инфекцияға әйләнеүе (синусит йәки фарингит, мәҫәлән) ихтимал. Сирҙең бер төрҙән икенсеһенә күсеүен тик белгес кенә айыра ала.

Танауҙан аҡҡан шыйыҡсаны ла бер сир билдәһе тип әйтеп булмай: уның төрҙәре һәм хасил булыу сәбәптәре бихисап. Мәҫәлән, танауҙан һыу ағыу, сөскөрөү кеүек билдәләр аллергиянан булыуы ла ихтимал. Йәшкелт йәки һары төҫлө шыйыҡса – синуситҡа ишара. Аҡ төҫтәге­һе – вазомотор ринит (танау эсенең теге йәки был сәбәптәр арҡаһында тарайыуы) билдәһе.

Тымау тейгәндә тамырҙарҙы тарайтыу препараттарын биш-ете көн самаһы ғына ҡулланырға мөмкин. Әгәр ҙә был ярҙам итмәй, тын алыу ауырлашҡандан-ауырлаша, танауҙан сыҡҡан шыйыҡсаның билдәләре үҙгәрә икән, мотлаҡ табипҡа күренеү фарыз. Ҡайһы саҡта синусит диагнозын теүәлләү өсөн, табип рентгенография йәки компьютер томографияһы билдәләүе лә ихтимал.

Тамырҙарҙы тарайта торған препараттар менән бәғзеләр йылдар дауамында ҡуллана. Ә бит уларҙың организмға башҡа йәһәттән килтергән зыяны ла ҙур: йөрәккә тәьҫир итә, ҡан баҫымын күтәрә. Танау тоноуы оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған икән, табипҡа күренеү һәм ваҡытында дауалана башлау отошлораҡ. Унан тыш, тамырҙарҙы тарайта торған дарыуҙар организмдың күнегеүенә килтерә.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында киң ҡулла­нылған диңгеҙ һыуы менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Ғәҙәттә, ул танау эсен йыуҙыртыу өсөн файҙаланыла. Бигерәк тә ул балалар өсөн хәүефле. Бәләкәстәрҙең анатомик үҙенсәлеге шунда: ишетеү торбаһы (урта ҡолаҡты йотҡо­лоҡтоң танау өлөшө ҡыуышлығы менән тоташтырған һөйәк-кимерсәк канал) ҡыҫҡа йәки киң була. Ҡайһы саҡта препараттың танау аша ошо юлға эләгеп, эренле отит барлыҡҡа килтереүе бар. Шулай итеп, танауға ҡул аҫтындағы барлыҡ дарыуҙарҙы ла ҡойорға ярамай.

Әгәр ҙә тымаулы танау, температура, йүтәл, сөскөрөү һәм башҡа билдәләр менән оҙаҡ йөрөп, ҡиммәтле ваҡытты үткәреп ебәрәһегеҙ икән, ҙурыраҡ проблемалар көтөгөҙ, тигән һүҙ. Танау эсе ҡыуышлығы менән урта ҡолаҡ мейе ҡатламына яҡын булғас, эренле синусит менән отиттар икенсел эренле менингитҡа, мейе абсцесына әүерелеүе ихтимал. Был осраҡта кешенең ғүмеренә туранан-тура хәүеф янай, хатта табиптар заман талаптарына ярашлы ярҙам күрһәткән осраҡта ла.
Халыҡ медицинаһына ла артыҡ ышанып китмәгеҙ. Организмда барыһы ла уйланылған: унда һаҡланыу, үҙ-үҙен көйләү процестары эшләй. Мәҫәлән, кешенең танау ҡыуышлығы керпекле эпителий менән ҡапланған. Улар хәрәкәт итә, танауҙағы шыйыҡсаны ла хәрәкәткә килтерә, шулай таҙартыу процесы бара.

Әгәр танауға төрлө халыҡ сараларын күпләп тамыҙһаң, химик бешеү, елһенеү хасил була, шуға күрә унда һарымһаҡ тығырға, һуған еҫкәргә кәрәкмәй – организмда барыһы ла контролдә, уйланылған. Иң яҡшыһы – иҫкәртеү сараларын күреү. Әгәр ҙә сәләмәт тормош алып барһағыҙ, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, яҡшы туҡ­ланһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА