Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
13 Октябрь 2020, 14:50

Һуған, имбир, һарымһаҡ – ҡайһыһы файҙалыраҡ?

Көҙ алтын һарыға мансылған, әбейҙәр сыуағы менән ҡыуандырған миҙгел генә түгел, тап ошо мәлдә киҙеү, киҫкен респираторлы вирус инфекциялары баш ҡалҡыта. Быйыл уларға коронавирус эпидемияһы ла өҫтәлде.

Был осорҙа сир йоҡтормау өсөн ниҙәргә иғтибар итергә, нимәләрҙе белергә кәрәк?
Һаулығы һәм иммунитеты хаҡында хәстәрлек күргән, йәғни сыныҡҡан, сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, дөрөҫ туҡланған, саф һауала күп йөрөгән кешеләр инфекцияларға бирешеп бармай.
Ҡағиҙәләр хаҡында бик күп тапҡыр яҙылды, әммә ҡабатлауҙың зыяны булмаҫ. Эпидемиялар осоронда кешеләр күп йыйылған урындарға – сараларға, сауҙа үҙәктәренә йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Магазинда һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлағыҙ, битлекте һәр ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр мотлаҡ ҡулығыҙҙы йыуығыҙ (айырыуса урамдан ингәндән һуң һәм ашар алдынан), дезинфекция саралары менән ҡулланығыҙ.
Сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә халыҡ дауалары ярҙам итәме?
Һуған менән һарымһаҡ – халыҡ медицинаһы саралары. Әгәр ризыҡҡа аҙ-аҙлап өҫтәһәк, улар елһенеүгә ҡаршы торорға ярҙам итә, бактерияларға, вирустарға ҡаршы көрәшеү һөҙөмтәһен арттыра.
Имбир организмды нығытыу сифатына эйә. Уның составында иммун системаһы өсөн файҙалы матдәләр бар, шуға күрә был тәмләткесте киҙеү һәм һалҡын тейеү мәлендә йыш ҡулланалар. Имбирҙең бактерияларға, елһенеүгә ҡаршы тороу сифаты көслө.
Әммә уларҙың барыһы ла иҫкәртеү саралары булып һанала һәм дауалауҙы тулыһынса алмаштыра алмай.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова