Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Октябрь 2020, 23:00

Бит тирегеҙ – бәрхәттәй, сәсегеҙ ебәктәй булыр

Был кәңәштәрҙе тотһағыҙ, организмығыҙ рәхмәт әйтер...

Көн һайын, иртәнге аштан ярты сәғәт алда, ас ҡарынға бер ҡалаҡ етен орлоғо ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Әгәр яратып етмәһәгеҙ, сәй ҡалағы менән башлағыҙ, артабан күләмде бер аш ҡалағына еткерегеҙ. Уны яҡшы итеп сәйнәп, артынса бер стакан йылы һыу эсергә кәрәк. Етен организмды таҙарта, тирегеҙ тигеҙләнеп, сафланып ҡаласаҡ. Шулай уҡ етен орлоғо сәсте һәм тырнаҡтарҙы нығыта.
Туҡланыу рационында бешкән сөгөлдөр даими булһын. Ул ҡанды яҡшы таҙарта. Ә ҡан таҙалығы тотош организмға эстән дә, тыштан да ыңғай тәьҫир итә.
Даими кәңәш ителгән файҙалы аҙыҡтарҙың береһе – сәтләүектәр. Уларҙың күңелегеҙгә ятҡанын һайлағыҙ. Фундук, баҙам, грек сәтләүеге айырыуса файҙалы. Тик сама белегеҙ – көнөнә 50 грамм да етә. Ике аҙнанан сәстәрегеҙ, тырнаҡтарығыҙ күҙгә күренеп нығыныр.
Фото: ru.depositphotos.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова