Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
27 Июль 2020, 17:20

Башҡортостанда пандемияға бәйле сикләүҙәр тағы ла йомшартылыуы ихтимал

Әммә бының өсөн һаҡланыу саралары теүәл үтәлергә тейеш. Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефе һаҡлана, шуға ла граждандар күп йыйылған урындарҙа рейдтар ойошторола. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Сауҙа үҙәгендә кейем һатыусы битлек режимын иңҡар итеп клиенттарҙы хеҙмәтләндерергә әҙерләнә. Әммә көнөнә тиҫтәләгән кеше инеп йөрөгән йәмәғәт урынында ябай медицина битлегенә битарафлыҡ вирус таралыуына килтереүе ихтимал. Һаҡланыу саралары үтәлешен тикшергән белгестәр әйтеүенсә, был осраҡта һатыусының ғына түгел, кибет етәкселегенең яуапһыҙлығы иҫәпкә алына.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ойоштормаған кибет етәкселеге административ яуапҡа тарттырыла. Уның хеҙмәткәре битлек-бирсәткәһеҙ эшләй, короновирус тураһында профилактика мәғлүмәте юҡ. Бында хатта дезинфекция үтәлешен иҫәкртеүсе журнал да юҡ.
Александр Лантух, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгесе
Әммә социаль яуаплылыҡ – һәр кемдең үҙ яуаплылығында. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүсе хеҙмәткәрҙәр битлек кейеү мәжбүри аҙым түгел, ә шәхсән үҙеңдең һәм башҡа кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау тигән фекерҙә.
Сауҙа үҙәге, йәмәғәт транспорты, туҡталҡалар халыҡ күпләп йыйылған урындар. Автобустарҙа социаль дистанация һаҡлау мөмкин булмаһа ла, битлек-бирсәткәләр булыуы ҡәтғи талап булып ҡала. Урамдарҙа ойошторолған рейд барышында ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр административ язаға тарттырыла.
Республикала 250-ләп рейд ойошторолдо, уға ярашлы юлдарҙа битлек кеймәгән шәхестәргә ҡарата 96 протокол төҙөлдө. Һаҡланыу сараларын инҡар итеүсегә бер мең һәмдан алып өс меңгә тиклем, юридик ойошмаларға илле меңдән йөҙ меңгә тиклем штраф ҡаралған.
Рөстәм Ғәлиев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе
Ҙур сәнәғәт предприяталарында һаҡланыу сараларына айырыуса иғтибар. Меңәрләгән хеҙмәткәр эшләгән ерҙә вирус таралыуы хәүефе юғары. Заводта эшселәр битлектәрҙә булыуға ҡарамаҫтан, ингән урында уҡ ҡулды антисептик менән таҙартыу кәрәклеген онотолыуы күҙгә ташлана.
Предприятиелар көндә тикшерелә, райондарҙағы заводтарға ла белгестәр тикшереү менән сыға. Бөгөн Өфөлә ҡаралған УМПО һәм "Молния" предприятиеларында етди етешһеҙлектәр табылманы, әммә иҫәкртеү плакаттарының урыны, дистанция һаҡлау буйынса эш алып барыласаҡ.
Александр Шельдяев, Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры
Һаҡланыу саралары үтәлеше буйынса республикала Күп функциялы үҙәк офистары үрнәк итеп ҡуйыла. Үҙизоляция режимы иғлан ителгән осорҙан алып, МФЦ-бүлектәрендә битлек-бирсәткәһеҙ граждандар ҡабул ителмәй.
Республикала вирус таралыуы менән бәйле юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелер тип көтөлә, әммә һаҡланыу саралары үтәлгәндә генә йәмғиәт урындарындағы талаптарҙы йомшартыу мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, йоғошло сир менән көрәш алып барғанда ҡурҡыныс эҙемтәләргә юлыҡансы, иҫкәртеү сараларын үтәү хәйерле.