“Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” беренсе халыҡ-ара онлайн форумы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Форумда дәүләт һәм йәмғиәт, кеше һәм дәүләт мәнфәғәте һымаҡ мөһим мәсләләләр ҡаралды. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм сараға йүнәлеш бирҙе.
– Беҙ хәҙер күпмелер күләмдә йәмәғәт килешеүе шаһиты булып торабыҙ. Башҡа илдәр һәм субъекттар өсөн әйтмәйем, йәмғиәт менән Хөкүмәт үҙ-ара рәсми булмаған килешеү төҙөй. Был осраҡта йәмғиәт үҙен сикләүҙәргә ризалыҡ һаҡлай, шул уҡ ваҡытта Хөкүмәттән тейешле шарттар тыуҙырыуҙы талап итә. Кеше өсөн тейешле шарттар үҙҡамау тәртибендә лә булырға тейеш. Бындай сикләүҙәр коронавирусты еңергә ярҙам итеүен күптәр аңлай. Ошо йәмәғәт килешеүе генә күпселек халыҡты фатирҙарында тоторға, үҙҡамау талаптарын үтәргә мөмкинлек бирә. Сөнки урамда ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта сикләү талаптарын үтәү – ғәйәт ҙур бурыс. Кешеләр ныҡ арыны. Үҙҡамау тәртибен һаҡлау шарттарында беҙгә артабанғы аҙымдарыбыҙҙы уйларға кәрәк.
“Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” онлайн форумында ҡатнашыусы 25 илдән 100-ҙән ашыу сәйәсмән, эшҡыуар һәм ғалим ғәмәлдә беренсе тапҡыр Ер шарының киләсәген фаразлап ҡараны һәм беҙҙе көтәсәк мөмкинлектәр тураһында фекер алышты, донъя иҡтисадының мөмкинлектәрен барланы.