Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
28 Апрель 2020, 12:10

”Алло, тиҙ ярҙаммы?..”

28 апрель – Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө

Табиптар, фельдшерҙар һәм шәф-ҡәт туташтарының эше – иң ауыр һәм йәшәү өсөн кәрәклеләрҙең береһе. Әле, бөтә донъяны өйрәнелмәгән яңы инфекция биләп алғанда, улар – алғы һыҙатта. Үҙебеҙҙең иң ҡиммәтле нәмәбеҙ – һаулығыбыҙҙы уларҙан башҡа тағы кемгә ышанып тапшыра алабыҙ?
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы ваҡытында әлеге медицина хеҙмәткәрҙәренең нисек итеп көн һайын кешеләр һаулығы һағында тороуы хаҡында һөйләшәйек.
Мәсетле районын ике “Ашығыс ярҙам” бригадаһы хеҙмәтләндерә. Улар-ҙың һәр ҡайһыһында – берәр фельдшер һәм водитель. Араларында – юғары белемле профессионал һәм беренсе категориялы фельдшер.
– Халыҡтан саҡырыуҙар барыһы ла Мәсәғүт диспетчерына килә, – ти Мәсетле үҙәк район дауаханаһының тиҙ ярҙам өлкән фельдшеры Гөлназ Кәбиева. – Әгәр шылтыратыу беҙҙең район кешеһенән булһа, уны беҙгә йүнәлтәләр.
Тәүлегенә диспетчер пультына 10-12 самаһы шылтыратыу була, айына – 600-ләгән, ә йылына – 6000 тирәһе. “Тиҙ ярҙам”ды юл-транспорт ваҡиғалары, янғындар, травмалар, аллергия көсәйгәндә, ҡан баҫымы проблемалары, температура юғары, киҫкен респиратор-вируслы инфекция булғанда һәм баш- ҡа сәбәптәр буйынса саҡырталар.
”Тиҙ ярҙам” бригадаһына йыйынып сығыу өсөн ике-өс минут кәрәк. Бының өсөн заманса медицина ҡорамалдары менән комплектланған өс автомобиль бар.
Коронавирус инфекцияһы рәүешендәге хәүеф барлыҡҡа килеү менән ашығыс ярҙам эшендә һиҙелерлек үҙгәрештәр булманы. Бригадалар мәсетлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙә көн һайын тулы әҙерлек режимында эшләй.
Тиҙ ярҙам саҡыртыу – ул кеше һаулығы өсөн көрәш, унда һәр минут иҫәпле һәм бында фельдшерҙың тәжрибәһе мөһим.
Бөтәһенән дә элек медицина хеҙмәткәре башҡаларҙың хәлен аңлай һәм уртаҡлаша белгән кеше булырға тейеш. Юҡҡамы ни осраҡлы кешеләр бында оҙаҡ тормай. Был эштә фәҡәт үҙ эшенең фанаттары ғына хеҙмәт итә ала, профессионаллектән тыш, улар ныҡлы нервыларға, түҙемлелеккә эйә һәм йөрәктәре шәфҡәтле. Улар өсөн ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш.

Белешмә.
28 апрель Рәсәйҙә “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәтенең тыуған көнө тип иҫәпләнә. Тап ошо көндө 1898 йылда тәүге “Ашығыс ярҙам” кареталары ике Мәскәү полиция участкаһына беркетелә.
”Тиҙ медицина ярҙамы” хеҙмәткәрҙәре көнө тағы ла бер тапҡыр “кисектергеһеҙ” ярҙам табиптары эшенең бөтөн әһәмиәтлелегенә баҫым яһау һәм еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеү өсөн булдырылған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, табиптар беренсе тапҡыр ярҙам менән өйҙәргә коляскалы мотоциклдарҙа сыға, сөнки машиналар бик аҙ була. Беҙ күреп өйрәнгән автомобилдәрҙә күпкә һуңыраҡ йөрөй башлайҙар.