Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
10 Апрель 2020, 16:00

Коронавирус инфекцияһы буйынса брифинг

Районыбыҙҙа коронавирус инфекцияһының инеүенә һәм таралыуына юл ҡуймау маҡсатында брифингтар дауам итә. Был юлы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов, “Социум” ойошмаһының өйҙә социаль ярҙам бүлеге мөдире Гөлназ Миндиәрова онлайн режимында сығыш яһанылар.

9 апрелгә ҡарата Мәсетле районы территорияһында COVID-2019 коронавирус инфекцияһы менән сирләгән бер генә осраҡ та теркәлмәгән. Үҙизоляцияла бер кем дә юҡ.
Гөлназ Миндиәрованың һөйләүенсә, райондың өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһендә 24 социаль хеҙмәткәр оло йәштәге 371 гражданды, шул иҫәптән балиғ булмаған йәштәге 13 баланы хеҙмәтләндерә. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле уларҙың эшенә үҙгәрештәр индерелде. Бөгөн ике йүнәлеш буйынса эшләй-ҙәр: үҙҙәренең ҡарауындағы 65 йәштән өлкәндәргә үҙ-үҙҙәрен изоляциялау режимына күсергә ярҙам итеү, сит илдән ҡайтҡан һәм ике аҙна карантинда булырға тейешле граждандар менән эшләү. Социаль хеҙмәткәрҙәр махсус уҡыуҙар үтеп, өлкәндәргә өйҙә ҡалыу режимы, шарттары тураһында аңлатты, иҫкәрмәләр таратты. Хәҙерге шарттарҙа аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар һатып алып килтереү, сүп түгеү хеҙмәттәре бигерәк тә йыш талап ителә.
Социаль хеҙмәткәрҙәр шул уҡ хеҙмәтте райондан мөрәжәғәт итеүсе башҡаларға ла күрһәтә.
Был ябай булмаған хәлдә социаль хеҙмәткәрҙәр ялһыҙ эшләй, тиерлек. Улар үҙҙәре хеҙмәтләндергән өлкәндәр менән даими бәйләнештә. Әгәр әлегә тиклем әбей-бабайҙар янына аҙнаһына ике тапҡыр йөрөһәләр, бөгөн саҡырыу менән барып етә һалалар. Был, тәү сиратта улар үҙ-үҙҙәрен изоляциялау режимын боҙмаһын өсөн эшләнә.
Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла “Социум”дың эшмәкәрлеге туҡтатылмауы тураһында махсус документтар бирелә. Хеҙмәткәрҙең эш урынында булыуы ойошманың эшләүен тәьмин итеү өсөн мөһим.
Икенсе төп йүнәлеш – сит илдәрҙән районыбыҙға әйләнеп ҡайтҡан граждандар менән эш. Ошо маҡсатта “Социум” ойошмаһына сит илдән ҡайтҡан Мәсетле районы граждандарының исемлеге бирелә, улар беҙҙең районда теркәлеп тә бында йәшәмәүҙәре ихтималлығын иҫәпкә алып, фактик йәшәгән урындарын асыҡлау буйынса эш алып барыла. Граждан беҙҙең районда йәшәгән осраҡта социаль хеҙмәткәрҙән, хакимиәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министрлыҡтарының территориаль бүлектәре хеҙмәткәрҙәренән торған мобиль төркөм уның йәшәгән еренә бара. Мобиль бригада граждандарҙың хәлен көн һайын белешә, уларҙың карантин режимын үтәүҙәрен контролдә тота, кәрәк икән, аҙыҡ-түлек килтерә.

Ярҙам талап ителгән
осраҡта мәсетлеләр 2-02-95, 8-987-142-01-62 телефон
һандары буйынса
“Социум” ойошмаһына шылтырата ала.