Икенсе илдәрҙән генә түгел, Рәсәйҙең коронавирус менән сирләүҙең бер генә осрағы ғына булһа ла теркәлгән төбәктәренән ҡайтҡан һәр кем даими контроль аҫтына алынған. Уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре барып ҡарай. Сирҙең тәүге билдәләре асыҡланыу менән анализ алалар. Уларға поликлиникаға килеп тормай ғына дистанцион ысул менән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә. Бының өсөн 2-13-48 йәки 13-01 телефоны аша поликлиникаға йәки Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Ҡыҙыу линия”һына шылтыратыр- ға кәрәк.
Йөрәк-ҡан тамыры системаһы хроник сирҙәре булған 60 йәштән өлкәнерәктәрҙе өйҙәренә барып ҡарайҙар. Поликлиникаға килеүселәр сәләмәт һәм вирус инфекцияһы билдәләре күҙәтелгәндәр төркөмөнә бүленә. Поликлиникаға һәм ҡабул итеү бүлмәһенә ингән ерҙә пациенттар-ҙың тән температураһын үлсәү өсөн тепловизорҙарға заказ эшләнгән.
Вирус йоғоу билдәләре булған пациенттарҙы махсус транспортта Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегенә алып баралар.
Үҙәк район дауаханаһының барлыҡ бүлектәре һәм структур подразделениелары көсәйтелгән режимда эшләй. План буйынса пациенттарҙы ҡабул итеү, профилактик медицина тикшереүҙәре уҙғарыу, диспансерлаштырыу ваҡытлыса туҡтатылған.
Республиканың башҡа райондарындағы кеүек, беҙҙә лә каникулдар 1 апрелгә тиклем оҙайтылған, 2 апрелдән уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсә.
24 мартҡа ҡарата Мәсетле районында коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр юҡ, 20-гә яҡын кеше әлеге мәлдә изоляцияланған.
Район халҡы үҙ теләгең менән коронавирус инфекцияһына анализ биреп буламы тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Юҡ, анализ сир таралған илдәрҙән һәм территорияларҙан ҡайтҡандарҙан, сирлеләр менән бәйләнештә булғандарҙан ғына алына. Тикшереү Өфөлә бер йәки ике тәүлек эсендә үткәрелә. Лаборатория тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Коронавирус инфекцияһының үтеп инеүенә һәм таралыуына юл ҡуймау буйынса эште район дауаханаһы ғына түгел, эске эштәр бүлеге, район хакимиәте һәм башҡа ведомство, структуралар ҙа алып бара.
Һуңғы ваҡытта дарыуҙарға, бигерәк тә вирусҡа ҡаршы дарыуҙарға һорау артты. Уларҙы алдан һатып алырға һәм ҡулланырға кәрәкме? Юҡ, кәрәкмәй. Коронавирус инфекцияһынан дауалағанда киҫкен респиратор сирҙәрҙән дауалай тор-ған дарыуҙар ҡулланылмай. Әммә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың үҙен һәм яҡындарын һаҡлау мөмкинлеге бар. Бының өсөн шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, йәмәғәт урындарына һәм кеше күпләп йөрөгән ерҙәргә йөрөүҙе кәметергә кәрәк. Бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина маскалары булмағанда, марлянан тегелгән күп ҡатлыһын ҡулланырға мөмкин. Уларҙы ике сәғәт һайын алмаштырырға, йыуып үтекләргә кәрәк.