Сәләмәт булығыҙ!
24 Марта 2020, 08:00

Тештәр һау булһын өсөн…

Оло Ыҡтамаҡ ауылында мәктәп стоматология кабинеты асылды

Балалар профилактик тикшереү үтә һәм тештәрен дауалай алырлыҡ яңы кабинет Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейында барлыҡҡа килде. Ул “Взлетай!” программаһы арҡаһында мөмкин булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Взлетай!” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ебәрелгәйне. Ул “Спорт менән дуҫ бул”, “Бейе”, “Сәләмәт бул”, “Дөрөҫ туҡлан” һәм “Иркен һөйләш” кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Заманса ҡорамалдар, юғары профессиональ белгестәр, сағыу стилле кабинеттар – быларҙың барыһы ла яңы стоматология кабинеты хаҡында. Хәҙер беҙҙең балаларға стоматологка барыуы ҡурҡыныс булмаясаҡ һәм үҙ тештәре торошон күҙәтеүе еңелерәк буласаҡ. Уның 20 мартта – Бөтә донъя сәләмәт ауыҙ ҡыуышлығы көнөндә асылыуы символик мәғәнәгә эйә.
Район мәғариф бүлегенең баш белгесе Айгөл Ризванова әйтеүенсә, кабинет уҡыусыларҙы яҙғы каникулдан һуң ҡабул итә башлаясаҡ. Әле Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы стоматолог-терапевы Ирина Ғабдуллина ҡабул итә. Бер ни тиклем ваҡыттан график төҙөләсәк, уның буйынса Оло Ыҡтамаҡ лицейы филиалдары һәм башҡа мәктәптәр уҡыусылары тикшереү үтә һәм тештәрен дауалай аласаҡ.
Стоматология кабинеты барлыҡҡа килеүенең ыңғай яҡтарын ата-әсәләр ҙә билдәләне, сөнки ҡабул ителеү өсөн яҙылып торорға кәрәкмәйәсәк һәм бала мәктәптән сыҡмайынса ғына тештәрен дауалаясаҡ.