Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
10 Март 2020, 11:30

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды

Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан.

«Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.
Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.