Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
11 Февраль 2020, 17:00

Роспотребнадзор кәңәштәре: коронавирустан нисек һаҡланырға

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса коронавирус менән йоғошланған кешеләрҙең раҫланған һаны 20 меңдән ашҡан, 420-нән ашыуы үлгән, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы. Рәсәйҙә йоғошланыуҙың ике осрағын тап-ҡандар. Ауырып китеүселәрҙең икеһе лә – Ҡытай граждандары. Беренсеһен Амур өлкәһе менән сиктәш Байкал арты крайында, икенсеһен Төмән өлкәһендә теркәгәндәр.

Ошоноң менән бәйле Роспот-ребнадзор үҙенең сайтында халыҡ өсөн шәхси профилактика саралары тураһында памятка баҫтырып сығарған.
Коронавирустар – ул нигеҙҙә хайуандарҙы зарарлаусы вирустар ғаиләһе, ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә йоғорға мөмкин. Ғәҙәттә коронавирустар тыуҙырған сирҙәр ауыр билдәләрһеҙ еңел формала үтә. Шулай ҙа яҡын көнсығыш респиратор синдромы (Mers) һәм ауыр киҫкен респиратор синдром (Sars) кеүек ауыр формалары ла була.
Яңы коронавирус тыуҙырған сир симптомдары: арығанлыҡ той-ғоһо, тын алыу ауырлаша, юғары температура, йүткереү һәм/йәки тамаҡ ауыртыу. Билдәләре күбеһенсә күп респиратор сирҙәрҙеке менән оҡшаш, йыш ҡына ғәҙәттәге һалҡын алдырыуҙы хәтерләтә, грипҡа оҡшарға мөмкин.
Коронавирус нисек йоға?
Башҡа респиратор сирҙәр кеүек үк, коронавирус инфицирланған кеше йүткергән йәиһә сөскөргән ваҡытта барлыҡҡа килгән тамсылар аша тарала. Унан тыш, ул кемдер бысранған нәмәгә, мәҫәлән ишек тотҡаһына, ҡағылған ваҡытта ла таралырға мөмкин. Кешеләр бысранған ҡулдары менән ауыҙҙарына, танауҙарына йәки күҙҙәренә тейгән ваҡытта йоғошлана.
Коронавирустан үҙеңде нисек һаҡларға?
Ҡулдарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, йыш-йыш уларҙы һабынлап йыуығыҙ йә булмаһа дезинфекциялаусы саралар файҙаланығыҙ. Шулай уҡ йыуылмаған ҡулдарығыҙ менән ауыҙығыҙға, танауығыҙға йәки күҙҙәрегеҙгә ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ (ғәҙәттә беҙ үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан сәғәтенә уртаса 15 тап-ҡыр ҡағылып алабыҙ).
Кешеләр күп булған ерҙә айырыуса һаҡ булығыҙ. Ундай урындарҙа предметтарға һәм башҡа нәмәләргә ҡағылыуҙарҙы мөмкин тиклем нығыраҡ кәметегеҙ һәм йөҙөгөҙгә ҡағылмағыҙ.
Үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланылыусы салфеткалар йөрөтөгөҙ һәм сөскөргән йәки йүткергән ваҡытта һәр ваҡыт ауыҙ-мороноғоҙҙо ҡаплағыҙ, ҡулланғандан һуң уларҙы мотлаҡ утилләштерегеҙ.
Бер тапҡыр ҡулланылыусы медицина маскаһын файҙаланыу һау кеше организмына танау һәм ауыҙ аша вируслы булырға мөмкин бул-ған респиратор бүлендек тамсылары эләгеүҙән һаҡлай.
Коронавирусты дауалап буламы?
Бөгөнгә сирләп китеүселәрҙең күпселеге һауыға. Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күрһәткестәр буйынса табип дауаханаға һаласаҡ һәм дауа бирәсәк.
Һалҡын тейҙереп ауырыуға килтереүсе башҡа күпселек респиратор вирустарҙан үҙенсәлекле дауа булмаған кеүек үк, яңы коронавирустан да үҙенсәлекле препарат юҡ. Ләкин һауығырға ярҙам итеүсе дауалау схемалары һәм препараттар бар. Сирҙән өҙлөгөүҙең иң ҡурҡынысы – вируслы пневмония. Дауаланыуҙы ваҡытында башлар өсөн, медицина ярҙамы һорап ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Яңы коронавирустан вакцина бармы?
Әлеге ваҡытта ундай вакцина юҡ, әммә бер нисә илдә уны әҙерләй башлағандар.
Коронавирус менән грипп вирусы араһында айырма ниҙә?
Грипп вирустары бик тиҙ үрсей – симптомдар йоғошланғандан һуң ике-өс көндән күренә, ә коронавирусҡа бының өсөн 14 көн талап ителә.