Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
31 Ғинуар 2020, 13:00

Аяҡ аҫты боҙ булһа…

Был миҙгелдәге һауа шарттары айырыуса тотороҡһоҙ. Берсә йылы, берсә һалҡын булып китә. Ундай тирбәлештәрҙең эҙемтәләре үҙен оҙаҡ көттөрмәй: аяҡ аҫты тотош боҙлауыҡҡа әйләнә.

Боҙло юлда йығылыуҙан нисек һаҡланырға?
Ҡар һәм тайғаҡ – бейек үксәле аяҡ кейемдә йөрөү өсөн уңайлы мәл түгел. Бындай ваҡытта шулай уҡ яҫы табанлы ботинкалар кеймәү ҙә хәйерлерәк, айырыуса табаны һалҡында ҡата тор-ған булһа. Ә ҡалын рельефлы, ҡытыршы табанлы ботинкалар йәки кроссовкиҙар идеаль вариант буласаҡ.
Боҙ ҡатламы барлыҡҡа килгән һалҡын ваҡыттарҙа тубыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ булған оҙонлоҡтағы пуховиктарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бындай көндәрҙә һылашып торған кейем, шулай уҡ тирә-яҡты күрергә ҡамасаулаған ҙур капюшонлы курткаларҙы кеймәй тороу хәйерле. Әгәр үҙегеҙ менән ауыр сумка ла булһа, ауырлыҡты тигеҙ бүлергә тырышығыҙ, юғиһә тигеҙлекте юғалтыу хәүефе бар.
Әгәр тайғаҡ юлға килеп сыҡһағыҙ, үҙегеҙҙе бер ни тиклем ваҡытҡа пингвин тип хис итегеҙ. Бының өсөн тубыҡтарҙы көсәндермәй генә аяҡтарҙы еңелсә бөгөп, тотош табанға баҫып әкрен генә шыуҙырып атларға. Был мәлдә ҡулдар кеҫәлә булырға тейеш түгел, тигеҙлекте юғалтмаҫ өсөн уларҙы ян-яҡҡа һонорға кәрәк.
Буранда һәм тайғаҡта телефондан һөйләшмәй һәм гарнитураларҙы ҡулланмай торорға кәрәк, сөнки уларҙың һеҙҙе юлдағы хәүефтән албырғатыуы һәм ҡолауығыҙ ихтимал.
Әгәр ҡышҡы итектәрегеҙ ныҡ тайып торһа, уларҙы итексегә алып барыу урынлы. Унда махсус резина киҫәктәре йәбештерәсәктәр, улар аҙымдарҙы ышаныслы итәсәк һәм боҙҙа хәүеф-һеҙләндерәсәк.
Өҫтәмә рәүештә әйтергә кәрәк: оло йәштәге кешегә таяҡ ярҙам итәсәк.
Боҙлауыҡ осоронда иң ҡур-ҡынысы – баҫҡыстар. Унда тайып китмәҫ өсөн әкрен генә атлағыҙ, ике аяғығыҙ ҙа бер баҫҡыс-та булмайынса тороп, артабанғы аҙымды яһамағыҙ. Әгәр яндауыр-ҙары булһа, мотлаҡ уларға тотоноғоҙ.
Тротуар буйлап хәрәкәт иткәндә, кискә уның үҙәк өлөшө иң тайғаҡ урынға әйләнеүен хәтерегеҙгә алып ҡуйығыҙ. Ул саҡта юлдың ситенән барыу яҡшыраҡ.
Әгәр тайып китеп ҡолап барһағыҙ.
Ҡолау – ул һәр ваҡыт көтөлмәгәнлек һәм уға әҙерләнеүе бик ҡыйын. Шулай ҙа ултырышҡа, тубыҡтарға һәм терһәктәргә йығылыуҙың иң ҡурҡынысы икәнлеген белеп ҡуйығыҙ. Шулай уҡ ҡул суҡтары һыныу иң ныҡ киң таралғаны, шуға күрә үҙеңде йығылыуҙан ҡул суҡтары ярҙамында туҡтатырға тырышырға ярамай. Ҡолаған ваҡытта кәүҙәңде йыйып, ҡабырғаға төшөргә тырышырға кәрәк.
Әгәр ҙә инде йығылһағыҙ
Шунда уҡ һикереп торорға ярамай, имгәнеүҙән ауыртыу шунда уҡ барлыҡҡа килмәҫкә мөмкин. Тәнегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ һәм әкрен генә тороғоҙ. Ауыртҡан ерегеҙҙе шунда уҡ ыумағыҙ. Ауыртыу көслө булһа, быуындар һәм тарамыштар имгәнеү хәүефе юғары. Имгәнеү ауырлығын травматолог билдәләйәсәк һәм травма төрөнә ҡарап дауа бирәсәк. Әгәр ауыртыу һәм йәрәхәттәр булмаһа, һуғылған урынға һалҡын ҡуйығыҙ.
Әгәр салҡан төшһәгеҙ һәм башығыҙ йәки арҡағыҙ менән ныҡ һуғылһағыҙ, торорға һәм хәрәкәтләнергә ярамай. Үтеп барыу-сыларҙан ярҙам һорағыҙ һәм “тиҙ ярҙамға” шылтыратығыҙ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.