Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
19 Ноябрь 2019, 14:00

Үпкәләргә еңелдән түгел

Урта Уралда пневмония менән сирләү кимәле юғары булыу арҡаһында 12 балалар баҡсаһында 15 төркөм һәм 5 мәктәп ваҡытлыса ябылған.

Роспотребнадзорҙың Свердловск өлкәһе буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Анжелика Понамарева ошо хаҡта белдерҙе. Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, йылдың 42-се аҙнаһына пневмонияның 1166 осрағы теркәлгән, был күп йыллыҡ уртаса кимәлдәрҙән 20 процентҡа юғарыраҡ.

Дауахананан тыш пневмония – үпкәнең нигеҙҙә инфекция тыуҙырған киҫкен шешеүе, ул ағза структураһының бөтә элементтарына ла, айырыуса альвеола һәм интерстициаль туҡымаға ҡағыла. Пневмония үҫешенең сәбәптәре бактериялар, вирустар, микоплазмалар, һирәгерәк бәшмәктәр булырға мөмкин. Сир киҫкен, йыш ҡына өшөп ҡалтыраныуҙан һәм тәрән һулыш алған ваҡытта көсәйеүсе ауыртыуҙарҙан башлана. Типик билдәләре: күкрәк ситлегенең ауыртыуы, ҡоро йүтәл (һуңыраҡ ҡаҡрыҡ бүленә башлай), тын ҡыҫылыу, өшөү, тән температураһы күтәрелеү. Ауырыған ваҡытта ҡан баҫымы түбәнәйергә, йөрәк тибеше йышайырға, быуындар ауыртырға, аппетит һәм хәл булмаҫҡа, ҡайһы саҡ күңел болғанырға, ҡоҫторорға мөмкин. Йыш ҡына ОРВИ һәм грипп сирҙәре күбәйгән осорҙа пневмония сирҙең аҙыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Пневмония менән сирләүселәр мотлаҡ стационарға һалынырға тейеш. Сир- ҙең ҡатмарлашыуы булып плеврит, үпкәләр шешенеүе, үпкәнең эренле шеше, киҫкен һулыш алыу етешмәүсәнлеге тора. Әгәр ОРВИ һәм гриптан һуң туҡтауһыҙ йүтәлләү, күкрәктә ауыртыу, тән яныуы барлыҡҡа килһә, тын алыуы ауырлашһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы Рима Алюкова пневмония менән сирләү арҡаһында Мәсетле районында дөйөм белем биреү учреждениеларын ябыу осраҡтарының теркәлмәүе тураһында хәбәр итте һәм иммунитетты көсәйтергә, сирҙе иҫкәртергә мөмкинлек бирәсәк ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙө:

- пневмония йыш ҡына гриптан һуңғы өҙлөгөү сифатында барлыҡҡа килгәнлектән, йыл һайын грипҡа ҡаршы вакцинация шулай уҡ профилактика ысулы булып тора;

- пневмококк инфекцияһына ҡаршы прививка (прививкаларҙың милли календары буйынса балаларға 2 һәм 4 ай ярымлыҡ саҡтарында, ҡайтанан вакцинация – 1 йәш тә 3 айлыҡ ваҡытында, 2-5 йәштә, хәүеф төркөмөндәге ололарға, хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле йәштәргә ҡуйыла);

- күберәк ваҡытты саф һауала үткәрергә, физкультура менән шөғөлләнергә, тулы ҡиммәтле туҡланырға, тартмаҫҡа, алкоголь ҡулланмаҫҡа, хеҙмәт һәм ял режимын һаҡларға;

- артыҡ өшөүгә юл ҡуймаҫҡа, һауа торошона ярашлы кейенергә;

- кешеләр оҙайлы ваҡыт булған биналар даими рәүештә дезинфекциялаусы саралар ҡушылған һыу менән йыуылып, елләтелергә тейеш;

- шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуырға;

- кешеләр күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа тырышырға, әгәр ҙә инде ундай мохтажлыҡ килеп тыуһа, һулыш алыу ағзаларын инфекциялар үтеп инеүҙән һаҡлаусы маскаларҙы файҙаланырға;

- аҡһымдар, микроэлементтар һәм витаминдар етерлек миҡдарҙа булған тулы ҡиммәтле туҡланыу кәрәк (көндәлек рационға яңы өлгөргән йәшелсәләр, емеш-еләк, балыҡ, һөт һәм һөт продукттарын индерергә);

- үҙ-үҙегеҙҙе дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ. Респиратор инфекцияға шик булып, хәл торошо насарайғанда, баланы балалар учреждениеһына ебәрергә йәки үҙегеҙгә эшкә (уҡырға) барырға ярамай, был сирҙе ҡатмарлаштырасаҡ.


Әйткәндәй: Рәсәй Президенты Владимир Путин гриптан прививка яһатҡан. Был хаҡта дәүләт башлығы хөкүмәт ағзалары менән барған кәңәшмәлә һөйләй. Министрҙарҙың грипп менән ауырып китеү ихтималлығын Путин күрәләтә үҙ-үҙенә атыу менән сағыштырған һәм премьер етәкселегендәге хөкүмәт ағзаларын тиҙ арала үҙенә эйәрергә саҡырған.

Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы 13 йылда грипп менән ауырыған рәсәйлеләр һаны 13 тапҡырҙан да күберәккә кәмегән.

Үҙ сиратында дәүләт башлығы илдең Европа өлөшөндә температураларҙың йылдың әлеге миҙгеле өсөн сағыштырмаса юғары булыуына ҡарамаҫтан, “илдә грипп миҙгеле нигеҙҙә етеп килә йәки килеп еткән”, тип белдергән.