Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Апрель 2019, 12:04

Талпандар уянды

Быйыл улар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянған

25 мартта «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» лабораторияһына ике кеше талпан ҡаҙалыу сәбәпле мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙәктең вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Шамил Ибраһимов хәбәр итте.

Бер талпанды – Туймазынан, икенсеһен Өфө районының Булгаков ҡасабаһынан килтергәндәр. Шулай уҡ Өфө районының Осоргин ауылында бер кешенең үҙендә талпан табыуы тураһында билдәле булды. Ул белгестәргә мөрәжәғәт итмәгән һәм ҡан һурғыс бөжәктән ҡотола һалған.

Ҡағиҙә булараҡ, бөжәктәрҙең тәүге һөжүм итеү осраҡтары апрель башында теркәлә. Талпандарға бәйле сирҙәр һәм уларҙан һаҡланыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн беҙ Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюковаға мөрәжәғәт иттек.

Яҙғы-йәйге талпан энцефалиты – үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы инфекциялы сир. Вирус-ты төп таратыусылар – талпандар. Шулай уҡ 130 төр кимереүселәр һәм имеҙеүселәр аша ла йоғорға мөмкин.

Башлыса кешеләр инфекция йөрөткән талпан ҡаҙалғанда уның тешләүе һөҙөмтәһендә зарарлана. Инфекция йоҡтороу ихтималлығы талпандың ҡаҙалып тороу оҙайлығына бәйле. Талпанды тәндән сығарғанда иҙеү вирустың күҙҙең лайлалы тиресәһенә йәки тәндең яралы участкаларына эләгеү ихтималлығы тыу-ҙыра. Талпанды иҙгәндә вирус тәнгә ыуылып йәки тешләгән урынды тырнағандан һуң да сирләп китергә мөмкин. Зарарланыуҙың икенсе юлы – кәзә йәки һыйыр һөтөн ҡайнатмай эсеү.

Талпан энцефалиты сезонлы характерға эйә һәм май-июндә нығыраҡ күҙәтелә. Икенсе осоро, ул тиклем үк көслө булмағаны, йәй һуңына, көҙ башына тура килә.

Сирҙең инкубацион осоро 3-21 көн дауам итә. Ул башланғыс фаза (тәндең ағыу-ланыуы), неврология яғынан үҙгәрештәр (үҙәк һәм периферик нервы системаһы зыян күрә) һәм һуңғы (сирленең һауығыуы йәки үлеүе) фазаларынан тора. Ғәҙәттә сир кинәт башлана. 3-12 көн дауамында юғары тән температураһы менән биҙгәк тотоу башлана.Тәндең ҡыҙыуы, өшөү, баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ауыртыуы, күңел болғаныу, ҡоҫоу күҙәтелә.

Талпандар кешегә ерҙән йәки үҫемлектәрҙән, йорт хайуандарынан, бесән һәм һаламдан менә. Йыш ҡына тәпәш үҫемлектәрҙә ҡорбандарын көтөп ултыралар.

Талпандар шунда уҡ тәнгә ҡаҙалмай, ә тирелә уңайлы урын эҙләп оҙаҡ ҡына йөрөй. Шуға күрә һаҡланыуҙың тәүге һәм ышаныслы сараһы – тәнде һәм өҫ кейемдәрен яҡшылап ҡарап сығыу. Әгәр инде талпан ҡаҙалһа, уны яҡшылап алыр-ға кәрәк. Ҡул менән тартып сығарырға, иҙергә ярамай. Сөнки был осраҡта талпандың башында булған һеләгәй биҙҙәре тирелә ҡаласаҡ. Медицина ярҙамы алыу өсөн “Ашығыс ярҙам” бүлегенә йәки поликлиниканың хирургия кабинетына мөрәжәғәт итергә.

Талпанды тикшереүгә биреү өсөн Өфө ҡалаһы, Шафиев урамы, 7 адресы буйынса “Гигиена һәм эпидемиология” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ Мәсәғүт ауылы, Октябрьск урамы, 24 адресы буйынса (поликлиника эргәһендә) эш көндәрендә сәғәт иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе – 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем “Медлайв” лабораторияһына килтерергә мөмкин. Талпан энцефалитына һәм талпан боррелиозына тикшереү үткәрелә (боррелиоз беҙҙең районда энцефалитҡа ҡарағанда йышыраҡ осрай.). Шулай уҡ талпанды эрлихиоз һәм анаплазмозға тикшерергә мөмкин.

Талпандың тере булыуы мотлаҡ түгел, әммә уны тоташлайы менән килтерергә кәрәк. Талпандарҙы ҡаҙалған мәлдән алып тәүге дүрт тәүлек эсендә тикшерәләр.

Вакцинация һаҡланыуҙың иң ышаныслы методы булып тора, ләкин әгәр прививкалар булмаһа, шәхси профилактика уҙғарырға кәрәк. Вакцина башлыса март-апрелдә үткәрелә, ул 2 прививканан тора, 1 йылдан ревакцинация үткәрелә, артабан 3 йыл һайын.

Талпан тешләүҙән һаҡланыу буйынса кәңәштәр.

Урманға йыйынғанда талпан һөжүменән үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ: беләҙектәре тығыҙ һылашып торған оҙон еңле әйбер кейегеҙ; салбарҙы оҙон ҡуңыслы итектәргә ҡыҫтырығыҙ (аяҡ кейем әйберҙе ҡыҫтырыу өсөн табандың арт яғын һәм бәкәлде ябырға тейеш); мотлаҡ баш кейеме алығыҙ (яулыҡ йәки шапка); асыҡ төҫтәге әйбер һайлағыҙ, унан эләккән талпанды күреүе еңелерәк; урманда йөрөгәндә һуҡмаҡтың уртаһынан барырға тырышығыҙ, бейек үләндәрҙән һәм ҡыуаҡтарҙан һаҡ булығыҙ.

Шулай уҡ бөжәктәрҙе ҡурҡытыусы саралар ҡулланыу һөҙөмтәле. Уларҙы кейемгә генә һиптерергә кәрәк.

Иғтибарлы булығыҙ һәм сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Адель АБДРАХМАНОВА

әҙерләне.