2019 йылда өс йыллыҡ (2019 – 2021) “Мин бар һәм буласаҡмын” кампанияһы, һәр кем был сиргә ҡаршы нимә эшләй һәм ракка ҡаршы кампанияға ниндәй өлөш индерә алыуын аңлауға һәм ысын күңелдән ышаныуға өндәү старт ала. Яман шешһеҙ киләсәкте булдырыу өсөн хәҙер үк эш итә башларға кәрәк икәнлеген һәр кем аңларға тейеш. Шуның менән бергә сәләмәт йәшәү рәүешен һайлауға, иртә диагностикаға, йәшәү сифатына, дауалауҙың барыһы өсөн дә булыуына төп иғтибар бүленә.
Башҡортостан Республикаһында 100 мең халыҡ иҫәбенә тура һәм туҡ эсәк рагы менән сирләү осрағы һуңғы 5 йылда ярашлы рәүештә 9,23 һәм 23,64 процентҡа артты. тура эсәк рагы күрһәткесе РФ буйынса (51%) күрһәткестәрҙән юғарыраҡ һәм 57% тәшкил итә.
Колоректаль ракты профилактикалауҙы һәм иртә асыҡлауҙы камиллаштырыу, сирҙең клиникаға тиклемге иртә формаларын дауалау эффектлылығын яҡшыртыу маҡсатында 2019 йылда халыҡтың 49-ҙан 73 йәшкә тиклемге өлөшөн диспансеризациялауға ярашлы беҙҙең районда колоректаль рак скринингы уҙғарыла. Хәүеф төркөмөнә 49 – 73 йәштәге кешеләр ҡарай. Скринингтың этаптары бар: беренсе этапта оло ярауға йәшерен ҡанға тест үткәрелә, 100 нг/мл-дан ашыу һөҙөмтәгә эйә пациенттар эндоскопия тикшереүенә – колоноскопияға ебәрелә.
Үҙәк район дауаханаһы 1970, 1966, 1964, 1960, 1958, 1954, 1952, 1948, 1946 йыл-ғы кешеләрҙе бушлай профилактик тикшерелеүгә саҡыра. Диспансеризация (тикшереү) һеҙҙең участка терапевы йә булмаһа медицина профилактикаһы кабинетынан (41-се кабинет, поликлиниканың 3-сө ҡаты) башлана.
Эсәктәр рагы (колоректаль рак, йыуан эсәк рагы) – йыуан эсәктең төрлө бүлектәрендәге яман шештәрҙе берләштереүсе төшөнсә. Ирҙәрҙә шеш йышыраҡ тура эсәктә, ә ҡатын-ҡыҙҙа – туҡ эсәктә локалләшә. Яман шеш теләһә ҡайһы йәштә килеп сығырға мөмкин, ләкин 90% осраҡта был диагноз 40 йәште үткән пациенттарға ҡуйыла. Һәр 10 йыл һайын сир үҫешеү ҡурҡынысы ике тапҡырға арта.
• 40 йәштән олораҡ булыу;
• артыҡ ауырлыҡ һәм һимеҙлек;
• аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше, эс ҡатыуҙарға әүәҫлек;
• тәмәке тартыу, алкоголде самаһыҙ ҡулланыу;
• ҡыҙыл һәм эшкәртелгән итте күпләп ҡулланыу;
• 2-се типтағы шәкәр диабеты;
• эсәктәрҙең шешеүе (специфик булмаған колит, Крон сире);
• йыуан эсәк полиптары (яман булмаған симптомһыҙ шештәр, яман шешкә әйләнергә әүәҫлектәре бар);
• нәҫел үҙенсәлектәренең күсеүе (ҡан ҡәрҙәштәрҙә эсәк яман шешенең булыуы);
• элегерәк йыуан эсәк йәки һөт биҙҙәре рагына үткәрелгән операциялар.
• Эсәктәрҙең көн һайын бушаныуын күҙәтергә. Эс ҡатыу калдағы ағыулы матдәләрҙең эсәктең лайлалы ҡатламы менән бәйләнеш ваҡытын арттыра;
• аҙыҡ-түлектә майҙар һәм мал аҡһымдарын сикләргә, сөнки уларҙы артыҡ ҡулланғанда эсәктәрҙең бактериаль флораһы канцероген матдәләр етештерә башлай. Барыһынан да элек организмға
А һәм С витаминдары килеүен тәьмин итергә;
• әгәр артыҡ икән, тән ауырлығын кәметергә;
• йыуан эсәк полибын алдырырға, йыуан эсәктәге шештәрҙе ваҡытында дауаларға;
• алкоголь, айырыуса һыра ҡулланыуҙы сикләргә, тәмәкенән баш тар- тырға;
• даими тикшерелеп торорға һәм табиптың бөтә кәңәштәрен үтәргә.
• оло ярауҙың даими булмауы (эс ҡатыу йәки эс китеүҙәр);
• эс күбеү, эс ташыу, эсәктәрҙең артыҡ тулыу тойғоһо;
• тиҙәктә ҡан, лайла булыу (уның ал ҡыҙыл йә ҡара төҫтә булыуы);
• эсәктәрҙең тулыһынса бушамау тойғоһо;
• даими арығанлыҡ, хәлһеҙлек;
• тән тиреһенең һорғолт төҫтә булыуы;
• ҡандағы гемоглобиндың төшөүе.
үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы.